Меню
Разработки
Разработки  /  Математика  /  Тесты  /  5 класс  /  Тест по математике

Тест по математике

дорогой друг.В этом тесте я собрала важные прохождения данной темы

26.12.2017

Содержимое разработки

  1. Мәҡәлдең дауамын яҙығыҙ: Белдең бер һүҙ, белдең мең һүҙ..

  2. Телмәр эшмәкәрлегенең дүрт төрөн һанап китегеҙ?Уҡыу, тыңлау, һөйләү, яҙыу.

  3. Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр ниндәй ҡатламға инә?

Ғилемлелек – даръялыр,

Ҙур рыялыҡ булмаһа;

Аҡыллы әҙәм – олуғтыр,

Асыуы артыҡ булмаһа. (Аҡмулла). Һөйләмдең хәбәре исемдән килә.

  1. Йөрәгем – ҡәберлек минең:

Унда үткәндәр илай.

Йөрәгем – сәңгелдәк минең:

Унда киләсәк даулай. (Р.Ғарипов) Билдәләнгән һүҙҙәр шиғырҙа нимә булып килә?Айырымланған өҫтәлмәлек.

  1. Йырлай алмам( 1-се зат) һинең йәмдәреңде,

Йәшәй алмам(1-се зат) йырһыҙ, моғайын.

Сағылыңда үҫкән сихри моңло

Бер ҡурайың ғына булайым(1 –се зат). (Р.Сафин) Ҡылымдарҙы табып, затын билдәләгеҙ.

  1. Һөйләмдәге эйәреүсе киҫәктәр менән эйәртеүсе киҫәктәрҙең, шулай уҡ эйәрсән һөйләм менән баш һөйләмдең бәйләнешен белдереүсе ярҙамлыҡ һүҙҙәр нисек атала?Бәйләүес тип атала.

  2. Тыныш билдәләрен ҡуйығыҙ, аңлатығыҙ: ғилем- ҡош, аҡыл -ҡанат.Һөйләмдең эйәһе лә, хәбәре лә исемдән килә.Улар араһында телмәрҙә пауза яһала, һөйләмдә һыҙыҡ ҡуйыла.

  3. Болон сәскәләрен һыйпап үтәм,

Ҡапыл күрәм:алда балтырған.

Шул(күрһәтеү алмашы) үләндең исемен әллә нимә(билдәһеҙлек алмашы)

Йөрәгемә уйып ҡалдырған. (Р.Бикбаев) алмаштарҙы табып төрөн билдәләгеҙ.

  1. Шиғырҙа ни өсөн йәйәләр ҡулланылған, дөрөҫ яуап яҙырға.

Ҡарайым, ситән артында

Ҡыҙ мине шәйләп тора.

(Бындағы ғәҙәт буйынса,

Көнбағыш сәйнәп тора) (М. Кәрим).Һөйләмдә инеш һүҙҙәр йәйәләр эсенә алына.

  1. Көнөн яуа, төнөн яуа,

Аҙна яуа бер тоташтан,

Әйтерһең, күк ҡолаған да,

Һауа менән ер тоташҡан (М. Кәрим).

Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр нисек атала? Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр антоним тип атала.

  1. Муйыллыҡ.(Бер составлы) Эргәлә генә күҙ йәшеләй таҙа һыулы йылға.(Бер составлы) Бейек кенә ҡая.(Бер составлы) Һөҙәк яр. (Бер составлы)Бирелгән һөйләмдәр составы буйынса ниндәй?

  2. – Йә инде, Хөсәйен ағай өйҙә юҡ саҡта, һыйыныр(аныҡлаусы) мөйөш тапмай, бер яҡты ҡарашҡа, йылы һүҙгә зар-интизар булып, бәләкәй генә башын ҡайҙа тығырға белмәй йөрөгән ошо малайҙы йәлләп, эсем боша, йөрәгем яна торғайны,(хәбәр) – ти был (Әнүр Вахитов). Һөйләмдәге аҫтына һыҙылған һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнән килгән?

  3. Өмөтләнәм зәңгәр(сифат, исемдең билдәһен белдерә)һауаларҙан,

Өмөтләнәм зәңгәр(сифат, исемдең билдәһен белдерә) күктәрҙән,

Өмөтләнәм бөгөн аҙҙан ғына,

Өмөтләнәм һәр саҡ тын(сифат, исемдең билдәһен белдерә) кистәрҙән,

Өмөтләнәм яҡты(сифат, исемдең билдәһен белдерә) таңдарҙан,

Өмөтләнәм ғорур(сифат, исемдең билдәһен белдерә) имәндәрҙән,

Өмөтләнәм нескә(сифат, исемдең билдәһен белдерә) талдарҙан (И.Кинйәбулатов). сифаттарҙы табығыҙ, мәғәнәләрен аңлатығыҙ.

  1. Йомаҡтарҙың яуаптарын яҙығыҙ:

А)Өфөнөң уртаһында нимә тора?.Ф хәрефе.

Б) Дәрес аҙағы ни менән бөтә? С хәрефе менән.

В) Йылғала өс өйрәк менән дүрт ҡаҙ йөҙөп йөрөй ине. Уларға биш тауыҡ һәм ике әтәс ҡушылды. Йылғала бөтәһе нисә ҡош йөҙә?Ҡоштар бөтөнләй юҡ йылғала!

15. Унлап, һигеҙләп һандарының төрөн билдәләгеҙ? Сама һандары.

16. Биш баш умарта, ете дана китап. Билдәләнгән һүҙҙәр нисек атала?Һан менән исем араһында үлсәү һәм иҫәпләү һүҙҙәре.

17. Яңыса, һинеңсә, айыуҙай, йәйен һүҙҙәре ниндәй һүҙ төркөмгә ҡарай? Рәүеш

18. "Ҡурайҡайым еңел, көйө ауыр” тигәнде һеҙ нисек аңлайһығыҙ?Минеңсә, ҡурай- шул тиклем ябай ҡорал(үҫемлектән яһала), ә үҙенән шундай сихри моң ағыла. Ҡурайҙы яһау еңел, ә бына унан моң ағылһын өсөн-көс, түҙемлек, һәләт кәрәк.

19. Төҙөлөшө һәм мәғәнәһе яғынан ойошҡан, нығынған, телмәрҙә әҙер килеш ҡулланыла торған хис-тойғо биҙәкле, образлы һүҙбәйләнештәр. Улар кәмендә ике һүҙҙән тора, бер төшөнсәне белдерә нимә тип атала?Фразеологик берәмектәр(нығынған һүҙбәйләнештәр)

20. Айыу майы һөртөү – мәғәнәһен аңлатығыҙ.Айыу майы һөртөү- тырышлыҡ, эшмәкәрлек, түҙемлек, маһирлыҡ талап итеүсе эш башҡарыу, минеңсә.



-75%
Курсы повышения квалификации

Методика преподавания математики в соответствии с ФГОС ООО (СОО)

Продолжительность 72 часа
Документ: Удостоверение о повышении квалификации
4000 руб.
1000 руб.
Подробнее
Скачать разработку
Сохранить у себя:
Тест по математике (18.95 KB)

Комментарии 0

Чтобы добавить комментарий зарегистрируйтесь или на сайт

Вы смотрели