Меню
Разработки
Разработки  /  Классному руководителю  /  Планирование  /  6 класс  /  Класс сәғәте 9 май- Еңеү көнө

Класс сәғәте 9 май- Еңеү көнө

Класс с???тене? тема?ы 9 май- Е?е? к?н?. 2017 йыл

06.05.2017

Содержимое разработки













Класс сәғәте

Тема: 9 май- Еңеү көнө

Әҙерләне:

Хисматуллина Азалия Ринатовна































2017 йыл

9 май- Еңеү көнө



Маҡсаттар:



а)тыуған илгә һөйөү, ветерендарға ҡарата хөрмәт тәрбиәләү.

б)һандар темаһын нығытыу;

в)уҡыусыларҙың Бөйөк Ватан һуғышы һәм уның геройҙары тураһында белемдәрен арттырыу;



Йыһазландырыу: компьютер, дәреслектәр, , слайдтар.



Дәрес барышы

Һәр ваҡыт булһын ҡояш!” йыры башҡарыла. Уҡытыусы баллар менан йырҙың мәғәнәһен төшөнәләр. Ни өсөн малай ошо шиғыр юлдарын яҙған:

Һәр ваҡыт булһын ҡояш,

һәр ваҡыт булһын һауа,

һәр ваҡыт булһын әсәй,

Һәр ваҡыт булайым мин.



Уҡытыусы: Эйе, әлбиттә, һеҙ дөрөҫ әйтегеҙ. Ҡасандыр тарихта был биттәр булған һәм баллар күберәк ыҙалағандар, ата-әсәйҙәрен юғалтҡандар, аяҙ-күк йөҙө күрмәгәндәр.

Шулай итеп, тарих биттәрендә ҡалған һәм онота алмаҫлыҡ ниндәй байрам етеп килә.

Уҡыусылар: Еңеү көнө.

Уҡытыусы: Дөрөҫ! Был Бөйөк Һуғыш Һуғышы дүрт йыл дауым иткән һәм дә халҡыбыҙҙың еңеүе менән тамамланған,эйеме.

Баллар, әйҙәгеҙ әле шиғырҙар уҡып алайыҡ. Кемдең шиғыр уҡығыһы килә.

1) Бөгөн байрам. Күҙҙән йәш тамһа ла
Беҙ бәхетле — аяз күгебез.
Һаклап ҡалһаҡ именлекте ерҙә
Аяҙ булыр килер көнөбеҙ.
Еңеү көнө ергә килгән һайын,

Япраҡ ярган һайын бөрөләр
Яу ҡырында ҡалган ир-егеттәр
Күңелдәрҙә ҡабат терелә.



2)Еңеү!Ҡояш балҡый бер битеңдә

Бер битеңдә моңһоу ай һаман!

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән һаман йәш тама…

                                                                 

 (М.Кәрим)

Уҡытыусы: Афарин! Ә һәҙер мин һеҙгә БВҺ нисек башлагғаны тураһында һөйләйем.



Иртә менән 22 июнь 1941 йылда, әле беҙҙең илдең ҡалалары һәм ауылдары уянмаған ваҡытта, аэродромдан бомба менән Нимес самолеттары күтәрелә. Был һуғышты Германия иҫкәрмәйенсә, белдермәйенсә беҙҙең илгә үтеп инә.Фашист самолеттары ҡалаларҙы, порттарҙы, аэродромдарҙы, ЖД станцияларын шартлата. Бомбаның ярсыҡтары пионер лагерҙарына, балалар баҡсаһына, больницаларға һәм йорттарға эләгә. Халыҡ үҙ илен һаҡлайым тип тороп баҫа. Барлыҡ ирҙәр һуғышҡа китеп бөтә. Бөтөн ауырлыҡ, аслыҡ-яланғаслыҡ тылда ҡалған   ҡатын-ҡыҙ һәм балалар иңенә төшә.Сөнки уларға үҙҙәре эшләйәсәк эштәрҙе лә, ирҙәр эшләргә тейеш ауыр эште атҡарыға ла, һуғышҡа оҙатыу өсөн ҡоралдар ҙа, кейем-һалымдар ҙа етештерергә тура килә.  

Ә был ҡәһәрле һуғыш 1418 көн бара.

Ошо  1418 көн ҡан ҡойошта яҡынса 27 000 000 кеше һәләк була.

Был күрһәткес яҡынса ғына, ә һуғыш арҡаһында аслыҡтан үлгәндәр, тыумай ҡалғандар, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы ла иҫәпкә алһаҡ, был һандар күпкә юғары булыр ине.

Беҙҙең илен яратҡан, ҡурҡыу белмәҫ яугир олатайҙарыбыҙ "Илебеҙ бөйөк!Ләкин сигенергә урын юҡ!!!” тигән һүҙҙәр менән үҙҙәрен аямай һуғыша.



Ҡәҙерле уҡыусылар, әйҙәгеҙ әле ошо урында туҡталып, Тыуған илебеҙ өсөн йәнен аямай көрәшкән Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарын барлап үтәйек. Хәҙер мин һәр рәткә ҡағыҙ бирәм, ә һеҙ шул ҡағыҙға үҙегеҙ белгән Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарын яҙып сығырға тейешһегеҙ. Ҡайһы рәттең геройҙары күберәк, шул рәт еңеүсе була! Бөйөк Ватан һуғышы  4 йыл дауам иткән, ошо йылдар эсендәге геройҙарҙы 4 минут эсендә һанап сығығыҙ. Аңлашылдымы?

Эшкә һөҙөмтә эшләп китәйек.1 –се рәт үҙенең геройҙарын һанай.Бөтәһе …..

2 –се рәт үҙенең геройҙарын һанай.Бөтәһе …..

3 –се рәт үҙенең геройҙарын һанай.Бөтәһе …..

Тимәк … рәт еңеүсе.Бына уларҙың геройҙары: … (Еңеүсе рәт яҙған геройҙарҙы уҡып сығыу)

Һанай китһәң, геройҙар бик күп. Әҙәгеҙ, хәҙер экранға күҙ һалып, беҙҙең Башҡортостаныбыҙ биргән геройҙарҙы ҡарап үтәйек.  

  (Муса Гәрәйев, М.Шайморатов, Т.Күсимов, А.Матросов(Шакирйән Мөйәмәтйәнов), М.Ғөбәйҙуллин).

Данлыҡлы батырҙарыбыҙ һәм көнө - төнө  тылда көс түгеүселәр, йәғни үҫмер балалар, ҡатын – ҡыҙҙар, яраланып ҡайтҡандар  беҙҙең илгә Бөйөк Еңеүҙе яҡынлаштырҙы.

Бөйөк Еңеүгә лә килеп еттек. Еңеү!Еңеү!Ниндәй шатлыҡ!

Әйҙәгеҙ әле, ошо урында һуғыш заманының данлыҡлы дикторы Левитандың Бөйөк Еңеүҙе иғлан итеүен тыңлап китәйек.

 (Левитандың Бөйөк Еңеүҙе иғлан итеүен тыңлайбыҙ)

Шулай итеп, ваҡыт машинаһы беҙҙе бөгөнгө көнгә лә килтереп еткерҙе. Тыуған илебеҙҙә, баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы, Еңеү көнө менән бәйле ниндәй иҫтәлекле урындарҙы беләбеҙ? Иҫләп китәйек әле.  (Еңеү паркы, Матросов паркы,  Музейҙар,  Мәңгелек ут ...) 
       

         Беҙ Бөйөк Ватан һуғышының билдәле  батырҙары менән танышып киттек, ә һеҙҙең ғаиләнән кемдәр һуғышта ҡатнашҡан, улар ниндәй батырлыҡтар күрһәткән? Әйҙәгеҙ, олатайҙар-өләсәйҙрегеҙҙе лә хәтерләп китәйек әле.(Балаларҙан һөйләтеү)

Баһалау.

Йомғаҡлау.

         Шулай итеп,үҙебеҙ өсөн ниндәй фәһем алдыҡ? Нимәләр белдек?

         Тимәк, Ерҙә йәшәгән һәр кемгә лә иң мөһиме – Тыныслыҡ! Бөгөнгө матур, тыныс тормошта йәшәүебеҙ менән беҙ һуғышта баш һалған олатайҙарыбыҙға, Еңеү яҡынлаштырырға көстәрен йәлләмәгән өләсәйҙәребеҙгә  бурыслыбыҙ, улар алдында баш эйәбеҙ!

Класс сәғәте тамам! Һау булығыҙ!





-75%
Курсы повышения квалификации

Организация дистанционного обучения в условиях реализации ФГОС

Продолжительность 72 часа
Документ: Удостоверение о повышении квалификации
4000 руб.
1000 руб.
Подробнее
Скачать разработку
Сохранить у себя:
Класс сәғәте 9 май- Еңеү көнө (23.27 KB)

Комментарии 0

Чтобы добавить комментарий зарегистрируйтесь или на сайт