Меню
Разработки
Разработки  /  Родной язык и литература  /  Уроки  /  5 класс  /  Башҡорт халыҡ әкиәттәре. Һандар.

Башҡорт халыҡ әкиәттәре. Һандар.

Конспект урока по башкирскому (государственному)языку для 7-9 классов русскоязычной школы
10.05.2020

Содержимое разработки


















Тема: Башҡорт халыҡ әкиәттәре. Һандарҙы ҡабатлау.

Маҡсат: башҡорт халыҡ әкиәте « Ерәнсә сәсән байҙы ултыртҡаны “ әкиәтенең йөкмәткеһе менән таныштырыу, телмәр үҫтереү, уҡыусыларҙың һандар тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү. әкиәттең ыңғай персонаждарының сифаттарын: сослоҡ, зирәклек, отҡорлоҡ, ғәҙеллек , телде өйрәнеүгә ынтылыш, халыҡ мәҙәниәтенә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.


Йыһазландырыу: һүҙҙәр һәм һандар яҙылған карточкалар,интерактив таҡта, диск, дәреслек, һүҙлектәр, видеокассета “Арыҫлан менән ҡуян.”


Дәрес барышы:

Ойоштороу мә ле.

  • Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

  • Бөгөн синыфта кем дежур?

( Дежур уҡыусы синыфта кем юҡлығын хәбәр итә, һауа торошо тураһында һөйләй)


Фонетик-орфоэпик күнегеү

(ИИКарточкалағы шиғырҙы уҡып, тәржемә итәләр, һандарҙы башҡортса әйтәләр;)

«6 « һаны- нәҡ асыҡ йоҙаҡ:

Аҫты түңәрәк, өҫтө ырғаҡ. ( Д. Талхина.)

Артикуляцион күнегеүҙәр. Йо,йы, йү, йә,йө, йе ҡушымсаларының дөрөҫ әйтелеше өҫтөндә эш.

Йо –йоҡларға, йомшартырға;

Йы –йырларға, йыуынырға;

Йү –йүгерергә, йүткерергә;

Йә - йәшәргә, йәмләргә;

Йө - йөрөргә, йәҙөргә;

Йе – бейергә, кейенергә.


Үтелгән дәрестәге материалды ҡабатлау.

  1. Нимә ул халыҡ ижады?

  2. Уларға нимәләр инә?

  3. Халыҡ ижадын кемдәр барлыҡҡа килтергән?

  4. Халыҡ ижады әҫәрҙәре бөгөнгө көнгә тиклем нисек килеп еткән?

  5. Һеҙ үҙегеҙ ниндәй әкиәт, легенда беләһегеҙ?

(Халыҡ ижады бик боронғо замандарҙа уҡ барлыҡҡа килгән.Уларҙы боронғо һүҙ оҫталары – сәсәндәр,йыраусылар, ҡобайырсылар уйлап сығарған. Халыҡ ижады күп төрлө. Телдән телгә, быуындан быуынға күсә-күсә, ул йыр, әкиәт, ҡобайыр, легенда, таҡмаҡ, йомаҡ, мәҡәл, әйтемдәр яҡшыра, камиллаша барған.Тимәк, телдән башҡарыла торған әҫәрҙәрҙе камиллаштырыуҙа күмәк кеше, тотош халыҡ ҡатнашҡан.)

Уҡыусыларҙың һөйләгәнен тыңлау.

-Әйҙәгеҙ әле, халыҡ ижады төрҙәрен нисек хәтерегеҙҙә ҡалдырҙығыҙ икән, тикшереп ҡарайыҡ.

(Карточкалағы һүҙҙәрҙе тәржемә итеп, дәфтәргә яҙалар, алмаштырышып, бер- береһенең эшен тикшерәләр)

  • Ниндәй билдәләр ҡуйҙығыҙ?

  • Нисә кеше «5»-легә эшләне?

  • Мин тикшереп ҡарайым әле, дөрөҫ ҡуйғанһығыҙ микән?

(Телдән ҡайһы бер уҡыусыларҙан яуап алыу:

Әкиәт-

Йыр-

Таҡмаҡ-

Йомаҡ-

әйтем-

Мәҡәл-


Яңы материал.

1.Ситуатив һорауға яуап биреү аша яңы тема материалына күсеү.

-Әминбәк бик оҫта итеп скрипкала уйнарға өйрәнгән.

Егет ҡоҙоҡтоң төбөнә төшөп еткән дә, ҡараһа, унда бер тамсы ла һыу юҡ икән…

-Уҡыусылар, был халыҡ ижадының ниндәй төрө?

( Әкиәт. Әкиәттәр күп төрлө; хайуандар тураһында, тылсымлы әкиәттәр, көнкүреш әкиәттәре, батырҙар тураһында, көләмәстәр) Теманы дәфтәргә яҙыу.

2.»Ерәнсә сәсән байҙы ултыртҡаны» әкиәте өҫтөндә эш. (Интерактив таҡтала әкиәтте уҡыр алдынан һүҙлек эше үткәрәбеҙ.) Һүҙҙәрҙе һүҙлек дәфтәрҙәренә яҙабыҙ.

Улы-

Ҡапҡа –

Хаҡ -

Ҡыҙы-

Табаҡ –

Борсаҡ –

Туйғансы –

Ауыҙ итергә -

Яллау –

1.Мин уҡыйым

2.Уҡыусылар «сылбырлап “ уҡый.

3. Һүҙлек ярҙамында күмәкләп тәржемә итәбеҙ.


-Әйҙәгеҙ әле, тикшереп алайыҡ, кем хәтерендә яҡшы ҡалдырҙы икән;

Мин русса әйтәм, ә һеҙ шул һөйләмде текстан табып, уҡып күрһәтәһегеҙ.

…Много не возьму.

Нет-нет, никого дома нет.

Решил прийти пока никого дома нет и попробовать.

Наелся досыта Ерәнсә и загрузил горох в телегу.

-Афарин, уҡыусылар, бик яҡшы отоп алғанһығыҙ!

- Был әкиәт нимәгә өйрәтә?

- Ерәнсә сәсәнгә уның ниндәй сифаттары ярҙам иткән?

_ Һанайбыҙ (Бармаҡ бөкләп торам, уҡыусылар сифаттар әйтә: отҡор, зирәк, аҡыллы, ғәҙел, шаян, сос, түҙемле, сабырлы)


-Һорауҙарға яуап бирәбеҙ:

1. Ерәнсә кемгә ялланған?

2. Ниндәй хаҡ һораған?

3. Байҙың улы ни тип яуап биргән?

4. Бай ҡатыны Ерәнсәгә ҡасан килергә ҡушҡан?

5. Әкиәттең төп мәғәнәһе ниҙә?


- Уҡыусылар, Ерәнсә сәсән нисә тапҡыр килгән Бай йортона?

Хәҙер мин әкиәттәрҙән өҙөктәр уҡыйым, ә һеҙ осраған һандарҙы карточкалар ярҙамында күрһәтерһегеҙ:

…Егет ете юл сатына килеп сыҡҡан.

Балдаҡҡа һыҙғырып ебәргән икән, дүрт шайтан тып итеп килеп тә баҫҡан, ти.

Ун ике башлы дейеү юлды быуып ята икән, ти.

Әминбәк ҡырҡ биҙрә алтын сығарған ҡоҙоҡ төбөнән.

Шулай итеп, ҡуян бахыр ике бүрәнәнең араһын утыҙ өс тапҡыр урап йүгергән, ти.

  • Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә ниндәй һан йышыраҡ осрай?


Видеофильм ҡарау алдынан:

-Әкиәттең исеменә иғтибар итегеҙ. Иғтибарлы булығыҙ.

Эш:

  1. Әкиәттең төрөн;

  2. Төп мәғәнәһен билдәләргә.


Йомғаҡлау.

-Уҡыусылар, әкиәттәр ниндәй төрҙәргә бүленә?

-Әкиәттәрҙә ниндәй һандар йышыраҡ ҡабатлана?


Баһалау.

Карточкаларҙа эшләгән тәржемәне уҡыусылар бер- береһенекен үҙҙәре баһалай.


Өйгә эш: һүҙлеккә яҙған һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырырға.

-Дәрес бөттө. Һау булығыҙ.





-75%
Курсы повышения квалификации

Занимательное искусствознание: как научить школьников понимать искусство

Продолжительность 72 часа
Документ: Удостоверение о повышении квалификации
4000 руб.
1000 руб.
Подробнее
Скачать разработку
Сохранить у себя:
Башҡорт халыҡ әкиәттәре. Һандар. (47 KB)

Комментарии 0

Чтобы добавить комментарий зарегистрируйтесь или на сайт