Класс | 3 |
Дәрес темаһы: | Йәшелсәләр. |
Дәрес маҡсаты: | Йәшелсәләр атамаларын өйрәнеү |
Бурыстары: | Белем биреү: йәшелсәләрҙе танып белергә, атап әйтергә, айырырға, төркөмләргә өйрәтеү. «Йәшелсәләр» төшөнсәһен аңлатыу.Тулы һөйләмдәр төҙөргә өйрәтеүҙе дауам итеү. Һүрәткә таянып тулы һөйләмдәр төҙөргә өйрәтеү. Үҫтереүсе: балаларҙың йәшелсә темаһы буйынса һүҙлек байлығын, хәтерҙе, иғтибарҙы, логик фекерләүҙе, фонематик ишетеү һәләтен үҫтереү. Тәрбиәүи: башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙарын тәрәнәйтеү, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, дуҫлыҡ тойғолары уятыу. |
Планлаштырылған һөҙөмтәләр: | Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: йәшелсәләр темаһына яңы һүҙҙәр өйрәнеү, уларҙы бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу. Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре: а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау; б) танып-белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, күрһәтә, дөйөмләштерә белеү; в) коммуникатив: һөйләмдәр төҙөү, парлап диалог ҡороу, үҙ-ара аралаша, тасуири уҡый белеү. Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре: үҙҙәре уҡыған мәктәпкә ҡарата ыңғай ҡарашлы, иптәштәрен уҡытыусыларҙы, мәктәптең традицияларын ихтирам итеүсе, класс эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы, дәрестә башҡарған эштәре өсөн яуаплылыҡ тойоусы, тырыш, әҙәпле, белем алыуға ынтылыусы шәхес тәрбиәләү. |
Дәрес төрө: | Яңы материалды өйрәнеү |
Методтар | Әңгәмә, күргәҙмәлелек, парлы эш, дәреслек менән эш, һүрәттәр менән эш. |
Йыһазлау: компьютер, проектор, экран, тема буйынса мультимедиа презентация, ҡағиҙәләр, карточкалар, “Баҡсала уңыш йыйыу” һүрәте, башҡорт теле дәреслеге, йәшелсә һүрәттәре |
Эш төрҙәре | Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡыусы эшмәкәрлеге | Йыһазлау |
Психологик инеш. | |||
Психологик кәйеф шарттары булдырыу. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу. | У. Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәлдәрегеҙ нисек? Бөгөн башҡорт теле дәресен һеҙҙә мин үткәрәм, мин Ахунова Рәилә Наил ҡыҙы Туймазы ҡалаһынан. |
|
|
Хәйерле көн, уң күршем! Хәйерле көн, дуҫтарым! Хәйерле көн, ҡунаҡтар! |
|
| |
Афарин! Әгәр һеҙ һәр көндө бөтә донъяны сәләмләһәгеҙ, яратһағыҙ, изге уйлы, һәйбәт кеше булып үҫерһегеҙ! | Уҡыусылар ултыралар. |
| |
Уҡыу мәсьәләһен булдырыу. | |||
Дәрестең маҡсатын, йөкмәткеһен билдәләү. Актуалләштереү. | |||
Башҡарыласаҡ эштәрҙе күҙаллау. Пазлдар уйыны – парлап эшләү | У. Уҡыусылар, ҡарағыҙ, һеҙҙең алдығыҙҙа пазлдар ята. Беҙ уларҙы дөрөҫ йыйһаҡ, беҙ һүрәттәр күрербеҙ. Йәгеҙ, йыйып ҡарағыҙ. - Нимә килеп сыҡты? (ҡыяр, кишер, һуған, картуф, сөгөлдөр, кәбеҫтә, шалҡан) Таҡтаға эленеп барыла. -Яҡшы, уҡыусылар, афарин! Ошо һүҙҙәрҙән өндәрҙе уҡыйыҡ (хор менән, бер-ике уҡыусы уҡый). -Афарин, уҡыусылар, әйҙәгеҙ ошо тапҡан һүҙҙәрҙе хор менән уҡып сығайыҡ. Уларҙы бер һүҙ менән нисек атайбыҙ? (Йәшелсәләр). -Эйе, дөрөҫ. -Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, беҙ бөгөн
дәрестә ниндәй темаға һөйләшербеҙ икән? - Йәшелсәләр (таҡтаға яҙып ҡуям). Хор менән уҡыу | Һорауҙарға яуап биреү, әңгәмәләшеү.
Иң беренсе дөрөҫ эшләгән уҡыусыға 5 билдәһе.
|
|
Ғәмәли эштәр. | |||
Үтелгәнде иҫкә төшөрөү. Дәфтәрҙәрҙә эш.
Һүҙлек һүҙҙәре | -Число, теманы яҙыу. Бирелгән һүҙҙәрҙе күсереп яҙығыҙ. Матур яҙыу өсөн дөрөҫ итеп ултырырға кәрәк, арҡаларығыҙ тура булһын. -Кемдәр эште тамамлаған, матур итеп ултырабыҙ. Һеҙҙең алдығыҙҙа һүҙҙәр ята, дәрестә улар һеҙгә ярҙамсы булыр.
| ОБРАЗЕЦ яҙып ҡуям Картуф, ... МУЗЫКА ҡабыҙам ҺҮРӘТТЕ ЭЛӘМ |
|
Уҡыу ситуацияһының исемлеге. | |||
Яңы мәғлүмәт биреү. Һүрәт менән эш
| -Уҡыусылар, ҡарағыҙ, һүрәттә нимә төшөрөлгән? Йәшелсәләр ҡайҙа үҫә? Балалар нимә эшләй? Кәбеҫтә ниндәй? Ҡыяр ниндәй? Айгөл нимә эшләй? Урал нимә эшләй? -Яҡшы, афарин! Әйҙәгеҙ тикшереп китәйек! Берәр һөйләмләп уҡыйыҡ.
| Яҡынса һөйләмдәрҙе экранға сығарыу Бер-ике беренсе әйкән уҡыусыға билдә 5 |
|
Яңы теманы нығытыу | Ошо һүрәткә таянып, экранда бирелгән һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр төҙөргә кәрәк. -Һүҙбәйләнештәр менән эш Ҡыҙыл борос әсе Һары ҡабаҡ эре ...
Кишер А витаминына бай, күреү һәләтен яҡшырта. Сөгөлдөр баш мейеһе өсөн файҙалы, ҡанды таҙарта. Һуған – микробтарға, вирустарға ҡаршы яҡшы дауа. Ул кремний, фосфор, йод, цинкҡа бай. Борос – хәтерҙе нығыта, яҡшырта, унда С витамины күп. Тимәк, һеҙгә ашханала бирелгән салаттар һеҙҙең һаулығыҙ өсөн бик файҙалы. | РТ 56-сы бит, 1-се күнегеү Береһенә стрелкалар күрәһәтеп сығарам, балаларҙан уҡытам. 5 билдәһе бирәм
|
|
Физминут | Беҙҙең татыу балалар Баҡса буйлап баралар. Тирә-яҡҡа ҡарайҙар Ҡыярҙы ла таптылар, Һуғанды ла йолҡтолар, Картуфты ла ҡаҙҙылар, Ял итеп тә алдылар Шым ғына ултырҙылар. | СО СЛОВАМИ с движениями |
|
Текст өҫтөндә эш
| - Ә хәҙер дәреслектең 83-сө битендәге 1-се күнегеүҙе табығыҙ. Мин тексты уҡыйым, һеҙ ҡарап барығыҙ. - Текста һүҙ нимә тураһында бара? -Винегрет. - Мин һеҙгә русса һүҙбәйләнештәр әйтәм, ә хәҙер тәржемәһен текстан табып уҡығыҙ: -Морковь, свеклу, картофель отвариваем, режем кубиками, лук и огурец измельчаем. -Афарин, уҡыусылар, ә хәҙер тексты үҙ аллы уҡып сығығыҙ. -Һеҙ тексты аңланығыҙмы? (Винегрет яһау) - Винегрет яһау өсөн нимәләр кәрәк? Текстан табып уҡыу. | 83 бит распечатать
Повторить слова хором
( һайлап уҡыу – уҡыусылар текстан табып уҡыйҙар |
|
Теманы нығытыу | “Салат” уйыны - Ә хәҙер үҙегеҙ тәмле салат яһап ҡарағыҙ. Һеҙҙең алдығыҙҙа төрлө йәшелсәләр менән тәрилкә ята. Һеҙгә улар менән салат яһарға һәм матур һөйләмдәр төҙөргә кәрәк. Бының өсөн шаблон ҡуллана алаһығыҙ. - Ниндәй йәшелсә кәрәк тип уйлайһығыҙ, шуларҙы тәрилкәгә һалығыҙ, телдән генә, яҙырға кәрәкмәй. - Үҙегеҙ яһаған салатҡа нимәләр һалдығыҙ? - Әйҙәгеҙ, иптәштәрегеҙгә лә күрһәтегеҙ. 1-2 уҡыусы сығып һөйләй. - Афарин, салаттарығыҙ бик тәмле булды!
| РАБОТА В ПАРАХ МУЗЫКА
Салат эшләр өсөн ..., ..., ... кәрәк. Беҙ уларҙы ... һәм тоҙ һалып ... . Ашығыҙ ... булһын!
Турайбыҙ – режем Бутайбыҙ – размешиваем
Үҙем күрһәтәм Ринатҡа, ... 5... бишле ҡуям. |
|
Йәнһүрәт ҡарау
Мәҡәлдәр менән эш | - Яҡшы, уҡыусылар! Бик тырышып эшләнегеҙ. Хәҙер күңел күтәреп, йәнһүрәт ҡарайыҡ.
- Йәнһүрәттә ниндәй йәшелсә тураһында һүҙ барҙы? - Шалҡан. Уҡыусылар, шалҡан да бик файҙалы йәшелсә, беҙ уны яҙ көнө авитаминозға ҡаршы көрәштә лә файҙаланабыҙ. Ә һеҙ беләһегеҙме, 2020 йылда Канадала 29 килограмлыҡ шалҡан үҫтергәндәр. Был турала Гинесстың рекордтар китабында яҙылған.
- Ә хәҙер экранға ҡарағыҙ әле. Бирелгән мәҡәлдәрҙең әкиәттең йөкмәткеһенә тура килгәнен һайлап алығыҙ. -экранға сығарам, үҙем уҡыйым. -хор менән уҡыу. -Мәҡәлде нисек аңлайһығыҙ? - Тимәк, һәр бер эштә дуҫ, татыу булһаҡ, эшебеҙ ҙә уң булыр.
| С ДОСКИ УБРАТЬ РИСУНКИ В ЭТО ВРЕМЯ
Ашыҡҡан ашҡа бешкән. Берҙәмлектә көс. Тыуған илем – алтын бишек. |
|
Рефлексия | |||
Дәрестә эшләнелгән эш төрҙәрен һанап сығыу. | Бөгөнгөдәрестән ниндәй һүҙҙәр иҫегеҙҙә ҡалды? -Яҡшы, афарин! -Йәшелсәләр кешеләргә ни өсөн кәрәк? “Һаулыҡ – ҙур байлыҡ” тигәнде нисек аңлайһығыҙ? Һаулыҡты йәштән үк һаҡларға кәрәк икәнде онотмағыҙ. -Бөгөн дәрестә алған файҙалы мәғлүмәттәрҙе өйҙә ата- әсәләрегеҙгә һөйләрһегеҙ.
| Күмәкләп баһалар ҡуйыу.
Һаулыҡты һаҡлау һәм нығытыу өсөн.
|
|
Өй эше | |||
| -Мин һеҙгә ошондай эштәр әҙерләнем. (өй эшен аңлатыу)
|
Показать в учебнике стр.120 |
|
Йомғаҡлау | |||
|
|
|
|
| Уйын (на запас) – йыйылған уңышты машинаға төйәргә кәрәк. Ике ижекле һүҙҙәр, өс ижекле һүҙҙәр (слова распечатанные) |
|
|