Рабочая программа по башкирскому языку .
4-се класс
Бөтәһе 105 сәғәт
(35 аҙна х 3 сәғәт)
Дүртенсе класс программаһы уҡыусының өс йыл буйы үҙләштергән тел ғилеме өлкәһендәге белемдәрен тулыландырыу һәм бөтөн бер системаға килтереү, телмәр эшмәкәрлеген тулыһынса формалаштырыу, универсаль уҡыу оҫталығын сифатлы кимәлгә күтәреү маҡсатын ҡуя.
Башланғыс мәктәпте тамамлаусы уҡыусы алдына түбәндәге мәсьәләләр ҡуйыла.
Фонетика һәм орфоэпия. Ижек, баҫым, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, парлы һәм парһыҙ яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар, өн һәм хәреф тураһындағы белемдәрен системаға һалыу. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙең үҙенсәлекле әйтелеше (орфоэпия). Һүҙгә тулы фонетик анализ.
Ьүҙ составы (морфемика). Һүҙ составы (тамыр, ялғау). Тамырҙаш һүҙҙәр. Яһаусы (суффикс), үҙгәртеүсе ялғауҙар. Тамырға ялғау ҡушыу юлы менән һүҙ яһау (һүҙьяһалыш). Һүҙ составына анализ.
Орфография һәм пунктуация. Башҡорт теле орфограммаларын системаға һалыу. Тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйып, хатаһыҙ күсереп яҙырға, диктант, изложение, инша һәм башҡа тикшереү эштәрен үтәй алырға бурыслы.
Синтаксис. Һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм. Уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтары. Һөйләү маҡсаты буйынса һөйләмдәрҙе хәбәр, һорау һәм өндәү һөйләмдәргә айырыу. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәр. Һөйләмдең тиң киҫәктәре. Һөйләмгә синтаксик анализ.
Морфология. Һүҙ төркөмдәре. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре. Ярҙамсы һүҙҙәр. I
Исем. Исемдең предметты атау функцияһы. Исемдең һорауҙары. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Исемдең һан менән үҙгәреше. Исемдең эйәлек заты менән үҙгәреше. Исемдең килеш менән үҙгәреше. Килеш һорауҙары. Ҡалын һәм нәҙек килеш ялғауҙары. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙең килеш менән үҙгәреүе. Исемгә морфологик анализ. I
Алмаш. Уның төркөмсәләре. Зат алмаштары. Килеш менән үҙгәреше, һорау һәм күрһәтеү алмаштары. Алмашҡа морфологик анализ.
Сифат» Тамыр һәм яһалма сифаттар. Сифаттарҙың үҙгәреше. Сифат дәрәжәләре. Төп һәм шартлы сифаттар. Сифатҡа морфологик анализ.
Рәүеш. Рәүештең яһалышы. Рәүеш төркөмсәләре. Рәүеш һәм сифат. Рәүешкә морфологик анализ.
Ҡылым. Ҡылымдарҙың яһалышы. Тамыр, яһалма, ҡушма ҡылымдар. Ҡылымдарҙың үҙгәреше (заман, зат, һан, барлыҡ-юҡлыҡ). Үткән заман ҡылымдары. Уларҙың зат, һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ, шаһитлы-шаһитһыҙ формалары. Хәҙерге заман ҡылымдары. Уларҙың зат, һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ формалары. Киләсәк заман ҡылымдарының зат, һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ формалары. Киләсәк заман ҡылымдарының төрҙәре (эш- хәрәкәттең үтәлеүенә икеләнеү, мотлаҡ ышандырыу). Ҡылым һөйкәлештәре. Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары. Уларҙың зат, һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ формалары. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары. Уларҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ формалары. Шарт һөйкәлеше ҡылымдары. Теләк һөйкәлеше ҡылымдары. Ҡылымға морфологик анализ.
һан. Ябай һәм ҡушма һандар, һан төркөмсәләре. Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы, һандарҙың башҡа һүҙҙәр менән оҡшашлығы.
Һанға морфологик анализ.
Лексика, һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәләре. Һүҙҙең күп мәғәнәлелеге. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Омонимдар. Синонимдар. Антонимдар. Нығынған һүҙбәйләнештәр. Уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.
Телмәр үҫтереү. Бәйләнешле телмәр. Текст. Уның мәғәнәүи өлөштәре. Абзац. Ҡыҙыл юл. Идея-тематик йөкмәтке. Текст йөкмәткеһенең планын төҙөү. Тексты һөйләү. Инша, изложение.
Телмәр этикеты.
Ярҙамсы һүҙҙәр. Ярҙамсы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.
Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр:
«Әсә теле» программаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнергә тейеш:
1.Шәхси сифаттарҙы үҫтерергә:
үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарарға;
мәктәп һәм класс йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына
һаҡсыл булырға;
һаулыҡты нығытырға һәм һаҡларға;
атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға;
тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белергә, уларҙы һаҡларға, үҙ халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнергә, таратырға.
Предмет буйынса белем алырға:
өндәрҙе төркөмләргә, һуҙынҡылар һәм тартынҡылар таблицаһына таянып, уларға тулы характеристика бирергә;
һүҙ төркөмдәрен мәғәнәһе һәм һорауы буйынса айыра белергә;
өйрәнелгән орфограммаларҙы әсенә алған 70-80 һүҙҙән торған тексты, каллиграфия талаптарына ярашлы грамоталы яҙа белергә;
һүҙҙе яһалышы һәм һүҙ төркөмдәре буйынса тикшерә белергә, һүҙгә фонетик, морфологик анализдар эшләргә;
һөйлөмгә тулы синтаксик анализ: интонация буйынса һөйләм төрөн билдәләргә, баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табырға, һөйләмде мәғәнәһе яғынан бәйле һүҙбәйләнештәргә тарҡата белергә;
70-80 һүҙлек текст буйынса изложение яҙырға, инша ижад итергә, тирә-яҡтағы күренештәрҙе һүрәтләп, хәл- ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙ бәйән итеп, текст төҙөп яҙа белергә.
3. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштерергә:
уҡыу процесына яуаплы ҡарарға, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра белергә, уҡыу мәсьәләләрен сисә белергә;
теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт тупларға, эҙләнеү эше алып барырға, уның буйынса презентация эшләй белергә;
мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булырға, үҙ фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә-эҙ бәйән итергә, әңгәмәсенең уй- тойғоларын аңларға тырышырға, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белергә;
билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштерегә һәм телмәрҙә ҡуллана белергә.
- “1-4-се кластар өсөн диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре» Ф.Ш.Сынбулатова.
- Р.Ф.Нурыева, Г.Б.Ғәлиуллина“Әсә теле» дәреслегенең I һәм II киҫәгенән торған эш дәфтәрҙәре.
- Программа. Әлифба.Башҡорт теле. 1-4.
- Башланғыс дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар. Башҡорт теле. 1-4.
№ п/п |
Кал дата |
Дата факт |
Дәрес темаһы |
Эстәлек элементтары |
Дәрес төрө | Кон троль төрҙә ре һәм форма лары |
Планлаштырылған һөҙөмтәләр |
Өйгә эш |
|
|
| I сирек |
|
|
|
|
|
| 02.09 |
| Хәйерле сәғәттә!Йәйге каникул хәтирәләре. | Бикәнең, Булаттың һәм уларҙың дуҫтарының йәйге тәъҫораттары. Каникулда башҡарған эштәр. | РД |
| Йәйге каникул хәтирәләрен иҫкә төшөрөргә. Эшләнгән эштәр, ял тураһында диалог ҡорорға. Класташтарҙы Белем көнө менән ҡотларға. | 6-сы бит 2-се күнегеү |
| 04.09 |
| Инша «Һаумы, мәктәп!» | Картина буйынса инша яҙыу. Картинаны өйрәнеү. Уның йөкмәткеһен, рәссам еткерергә теләгән төп фекерҙе асыу. Рәссамдың тәбиғәт күренешен һүрәтләү ысулдары. Композиция. Төҫтәр палитраһы. |
| Телмәр үҫтереү. | Картинаны өйрәнергә. Картинаның эстәлеген асыуөсөн һүҙҙәр тупларға. Иншаның планын төҙөргә. Картина йөкмәткеһе, рәссам күрһәтергә теләгән төп фекерҙе асыҡларға. Көҙгө тәбиғәт матурлығын тасуирлай белергә. | 8-се бит 3-се күнегеү |
| 05.09 |
| Өн һәм хәреф. | Фонетика. Алфавит. Уның әһәмиәте. Өн. Хәреф. | ЯБАД |
| Өндәрҙе, хәрефтәрҙе сағыштырырға, классификацияларға. Улар тураһында белгәндәрҙе системаға килтерергә. | 13-сө бит 7-се күнегеү |
| 09.09 |
| Һүҙҙәргә фонетик анализ | Һүҙҙәргә фонетик анализ. Тулы фонетик анализ өлгөһө. Телмәр үҫтереү. Көҙгө күренештәр, йәнлектәр тормошо. Һынамыштар. | РД |
| Һүҙгә тулы фонетик анализ эшләргә өйрәнеү. Вариантлап үҙ-аллы эшләргә, бер-береңдең эшен тикшерергә, баһаларға өйрәнергә. | 18-се бит 12-се күнегеү |
| 11.09 |
| Һүҙҙәрҙә Яя, Ее, Юю хәрефтәренең яҙылышы | Ике өндө белдергән хәрефтәр. Һүҙҙең өн моделен төҙөү, транскрипцияла яҙыу. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы Ее хәрефе менән ҡушымсалар. Уларҙы дөрөҫ яҙыу. | ЯБАД |
| Яя, Ее, Юю хәрефтәре булған һүҙҙәрҙеңәйтелешен, яҙылышын күҙәтергә, сағыштырырға. Фактик материалға нигеҙләнеп һығымта яһарға. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын аңлата белергә. | 23-сө бит 18-се күнегеү |
| 12.09 |
| Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы | Ҡушма һүҙҙәрҙең яһалышы. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы. Телмәр үҫтереү. Әкиәт ижад итеү | ЯБАД |
| Ҡушма һүҙҙәрҙең төрлөсә яҙылыу осраҡтарын ҡарарға, сағыштырырға, һығымта яһарға. Уларҙы дөрөҫ яҙырға күнегергә | 28-се бит 24-се күнегеү |
| 16.09 |
| Инеш диктант | Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр. Т йәки Ҙ хәрефенә бөткән тамыр һүҙгә т,ҙ хәрефенә башланған үҙгәртеүсе ялғау ҡушыу. Барлыҡҡа килгән һүҙҙе шундай уҡ тамыр һүҙ һәм уға бәйләнеп килгән ярҙамсы һүҙ менән сағыштырыу. Рус теленән һәм сит телдәрҙән үҙләштерелгән ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр. Уларға үҙгәртеүсе ялғауҙар ҡушыу. | ЯБАД | 1-4 диктант тар йыйынты ғы һәм тикшереү эштәре 138-139-сы бит | Күрһәтелгән конструкциялы һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға һәм тикшеренеү эше һөҙөмтәһендә асыҡланған дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәһен ҡулланып, дәреслектә бирелгән ҡуш тартынҡылы һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. Рус теленән һәм сит телдәрҙән үҙләштерелгән ҡуш тартынҡыға бөткән һүҙҙәрҙе хәтерҙә ҡалдырырға һәм уларға үҙгәртеүсе ялғау ҡушканда дөрөҫ яҙа белергә. | 33-сө бит 28-се күнегеү |
| 18.09 |
| Хаталар өҫтөндә эш. Тикшереү эше. дөрөҫ яҙылышы | Үтелгән тема буйынса белемдәрен тикшереү | КД | Диктант 1-4 диктант тар йыйынты ғы һәм тикшереү эштәре 135-се бит | Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен ҡулланып, үҙ аллы эшләргә, иғтибарлы булырға | 37-се бит 33-сө күнегеү |
| 19.09 |
| Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәрҙең, ярҙамсы һүҙҙәрҙең дөрөҫ язылышы. Йомғаҡлау. | Үтелгәнде нығытыу. Өн һәм хәреф. Ике өндө белдергән хәрефтәр. | РД | «Әсә теле» дәреслегенә тикшереү дәфтәре | Парлап йәки төркөмләп бер-берең менән килешеп хеҙмәттәшлек итергә.Аралашыу мәҙәниәтен үҙләштерергә. | 41-се бит 38-се күнегеү
|
| 23.09 |
| Нимә ул һөйләм? Баш һәм эйәрсән киҫәктәр. | Ярҙамсы һүҙҙәр. Уларҙың һөйләмдәге роле. Ярҙамсы һүҙҙәрҙе ялғауҙар менән сағыштырыу. Һүҙҙең ялғауына баҫым төшөүе һәм ҡушылып яҙылыуы, ә һүҙгә бәйләнеп килгән ярҙамсы һүҙгә баҫым төшмәүе һәм уның айырым яҙылыуы. | ЯБАД |
| Ялғауҙарҙы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙе сағыштырырға. Уларҙы бер-береһенән баҫым ярҙамында айырырға өйрәнергә. Һүҙгә ялғауҙы ҡушып яҙырға, ә ярҙамсы һүҙҙе төп һүҙҙән айырым яҙырға күнегергә. | 48-се бит 50-се күнегеү |
| 25.09 |
| Тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәр | Һөйләм тураһында белгәндәрҙе системаға һалыу. Баш һәм эйәрсән киҫәктәр.Аныҡлауы тултырыусы, хәл. | ЯБАД |
| Һөйләм тураһындағы белемдәрҙе системаға һалырға. | 54-се бит 57-се күнегеү |
| 26.09 |
| Һөйләмдең тиң киҫәктәре
| Баш киҫәктәрҙән генә торған һөйләм. Баш һәм эйәрсән киҫәктәрҙән торған һөйләм. Ике составлы тулы һөйләм. Бер составлы кәм һөйләм. | ЯБАД |
| Һөйләмдәрҙе тейешле интонация менән уҡый белергә. | 58-се бит 63-сө күнегеү |
| 30.09 |
| Телмәр үҫтереү Инша «Алтын көҙ» | Һөйләмдә һаналып килгән һүҙҙәр. Тиң эйәләр, аныҡлаусылар, хәлдәр, хәбәрҙәр. | ЯБАД |
| Һөйләмдә һаналып килгән һүҙҙәрҙе - тиң киҫәктәрҙе айыра белергә. Уларҙы дөрөҫ интонация менән уҡырға. Һәйләмдә тиң эйәләрҙе, аныҡлаусыларҙы, хәлдәрҙе, хәбәрҙәрҙе график билдәләй белергә. | Ҡағиҙәләрҙе ҡабатларға
|
| 02.10 |
| Тикшереү эше. Тест. | Картина буйынса инша яҙыу. Картинаны өйрәнеү. Уның йөкмәткеһен, рәссам еткерергә теләгән төп фекерҙе асыу. Рәссамдың тәбиғәт күренешен һүрәтләү ысулдары. Композиция. Төҫтәр палитраһы. | РД | 59-сы бит дәреслек | Картинаны өйрәнергә. Картинаның эстәлеген асыу өсөн һүҙҙәр тупларға. Иншаның планын төҙөргә. Картина йөкмәткеһе, рәссам күрһәтергә теләгән төп фекерҙе асыҡларға. Көҙгө тәбиғәт матурлығын тасуирлай белергә | 5 һөйләм күсереп яҙырға һәм синтаксик анализ эшләргә |
| 03.10 |
| Нимә ул исем? Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр | Һөйләмгә синтаксик анализ. “Һөйләм” темаһын өйрәнеү проекты. Һөйләмгә синтаксис анализ.
| КД | «Әсә теле» дәреслегенә тикшереү дәфтәре | «Һөйләм» темаһына әҙерләнгән схеманы ҡулланып сығыш яһарға. Һөйләмгә синтаксик анализ эшләү күнекмәһен оҫталыҡ кимәленә еткерергә.Тикшереү эшен башҡарып, анализ яһарға. | 70-се бит 74-се күнегеү |
| 07.10 |
| Исемдәрҙең һан менән үҙгәреүе | Исем тураһында дөйөм төшөнсә. Исемде белдергән һүҙҙәрҙе предметлыҡ төшөнсәһе, асыҡ һәм асыҡ бирелмәгән осраҡтар. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Яңғыҙлыҡ иседәрҙең баш хәреф менән яҙылыуы. Атамаларҙы дөйөмләштереүсе һүҙҙәрҙең бәләкәй хәрефтән яҙылыуы | РД | 1-4 диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре 144-се бит | Исемде белдергән һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға һәм һәм уларға хас үҙенсәлектәр нигеҙендә һыҙымта яһарға. Һүҙҙәрҙе мәғәнәләре буйынса төркөмдәргә айырырға, төркөмдәрҙең төп үҙенсәлектәрен асыҡларға. Күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау, төркөмләү алымдары нигеҙендә яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ иседәрҙе айырырға өйрәнергә. Уларҙы дөрөҫ яҙырға | 76-сы бит 81-се күнегеү |
| 09.10 |
| Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреүе | Исемдәрҙең берлек һәм күплек формаһы | РД |
| Бирелгән тексты төркөмдә уҡырға, уға ҡарата бирелгән эштәрҙе күмәкләп кәңәшләшеп атҡарыу планын төҙөргә. Бер-берең менән килешеп, аңлашып эшләргә. | 80-се бит 88-се күнегеү |
| 10.10 |
| Телмәр үҫтереү. Изложение «Иламаҫ» | Исемдең эйәлек төшөнсәһен белдергән һүҙҙәр: минең, һинең, уның, беҙҙең, һеҙҙең, уларҙың. | ЯБАД |
| Эйәлек затының һүҙҙәрен дөрөҫ табырға өйрәнергә, һөйләгәндә дөрөҫ ҡулланырға, һөйләмдәр төҙөргә, телмәрҙе байытырға. | Ҡағиҙәләрҙе ҡабатларға |
| 14.10 |
| Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. | Дөрөҫ , таҙа һәм матур итеп күсереү. | КД | 1-4 диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре 160-сы бит | Һөйләмде дөрөҫ күсереп яҙырға. Тексты ишетеп дөрөҫ яҙырға. һөйләмдең эйәһен, хәбәрен, эйәрсән киҫәктәрен тамға менән билдәләргә. Орфограммаларҙы табырға, аңлата белергә, аҫтына һыҙырға. Һүҙҙәргә өн моделе төҙөргә, транскрипцияла яҙырға. | 86-сы бит 94-се күнегеү |
| 16.10 |
| Исемдәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар
| Исемдәрҙең һөйләмдәге һүҙҙәргә төрлө ялғауҙар ярҙамында бәйләнеп килеүе. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәрәүе. Башҡорт телендә алты килеш. Төп һәм ҡыйыҡ килештәге исемдәр. | ЯБАД |
| Исемдәрҙең төрлө ялғауҙар ҡабул итеүен күҙәтергә, килеш һорауҙарынһәм ялғауҙарын иҫтә ҡалдырырға, һөйләм төҙөгәндәкилештәрҙедөрөҫ ҡулланырға. Төп һәм ҡыйыҡ килештәге исемдәрҙең һөйләмдәге ролен билдәләргә | 95-се бит 103-сө күнегеү |
| 17.10 |
| .Исемгә морфологик анализ. | Башҡорт телендә нәҙек ижекле һүҙҙәргә нәҙек ялғауҙар, ҡалын ижекле һүҙҙәргә ҡалын ялғаузар ҡушылыуы. Башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең был ҡағиҙәгә буйһонмауы | ЯБАД |
| Килеш менән уҙгәрткәндә һүҙҙәрҙең төрлө ялғауҙар ҡабул итеүен күҙәтрегә, анализларға, сағыштырырға, һығымта яһарға. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙә дөрөҫ ялғауҙар яҙырға | 99-сы бит 110-сы күнегеү |
| 21.10 |
| Контроль диктант. | -ль,-нь,-мь, -ть -брь хәрефтәренә бөткән рус теле һәм башҡа сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр һәм уларға ялғау ҡушыу. Морфологик анализ өлгөһө | ЯБАД | Контроль диктант | Килеш менән үҙгәрткәндә рус теленән ингән һүҙҙәрҙең төрлө ялғауҙар ҡабул итеүен күҙәтергә,үҙ –ара һәм уларҙың яҙылышы ҡағиҙәһен төҙөргә. Анализды дөрөҫ эшләргә өйрәнергә
| Ҡағиҙәләрҙе ҡабатларға |
| 23.10 |
| Хаталар өҫтөндә эш. Ҡабатлау. | Үтелгән тема буйынса белемдәрен тикшереү | КД | 1-4 диктанттар йыйынты ғы һәм тикшереү эштәре | Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен ҡулланып, үҙ аллы эшләргә, иғтибарлы булырға | 102-се бит 115-се күнегеү |
| 24.10 |
| Телмәр үҫтереү. Инша. “Ҡыш”. Тикшереү эше.Тест. | Үтелгәнде нығытыу. | РД | «Әсә теле» дәреслегенә тикшереү дәфтәре | Парлап йәки төркөмләп бер-берең менән килешеп хеҙмәттәшлек итергә.Аралашыу мәҙәниәтен үҙләштерергә. | 106-сы бит 121-се күнегеү |
| 28.10 |
| Хаталар өҫтөндә эш. Йомғаҡлау | Картина буйынса инша.Инша яҙыу үҙсәнлектәре;йөкмәткене үҙләштереү, аңлашылмаған һүҙҙе һорау, өйрәнеү, авторҙың әйтергә теләгән уй-фекерен күҙаллау,текстың планын төҙөү, план буйынса иншаны грамоталы итеп яҙыу. | РД | 1-4 диктанттар йыйынты ғы һәм тикшереү эштәре 153-154-се бит | Һүрәтте иғтибарлы өйрәнергә.Бирелгән тексты аңлы уҡырғаУның йөкмәткеһен картина менән оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын табырға, сағыштырырға. Текстың яраҡлы һүҙҙәрен, һүҙбәйләнештәрен, һөйләмдәрен ҡулланып. Картина буйынса текст төҙөргә.Уны хатаһыҙ яҙырға. | 108-се бит 125-се күнегеү |
| 30.10 |
|
Нимә ул алмаш? | Тема буйынса ҡабатлау һәм йомғаҡлау | РД
|
| Үтелгәнде нығытыу буйынса кунегеүҙәр башҡарырға, насар уҙләштерелгән темалар буйынса һорауҙар төҙөргә һәм уларға яуаптар эҙләргә | 113-сө бит 130-сы күнегеү |
| 31.10 |
| Зат алмаштары. Эйәлек заты алмаштары | Һөйләмдә исемде, сифатты, һ.б. һүҙ төркөмөн алмаштырып килгән һүҙҙәр. Алмаш төркөмсәләре | ЯБАД |
| Алмаштарҙы табырға, уларға һорау ҡуя белергә, төркөмсәләрен өйрәнергә | 117-се бит 136-сы күнегеү |
|
|
| II сирек
|
|
|
|
|
|
| 6.11 |
| Һорау һәм күрһәтеү алмаштары | Исемде алмаштырыусы - зат алмаштары. Башҡорт телендә өс зат бар. | ЯБАД |
| Телмәрҙә исемдең һорауҙарына алмаштарҙың яуап биреүен күҙәтергә. Алмашты килеш менән үҙгәртергә. Алмашты килеш менән үҙгәртергә, телмәрҙә ҡулланырға,исемгә оҡшатып һорауҙар бирергә, күнегеүҙәр эшләргә, телмәрҙә ҡулланырға | 121-се бит 140-сы күнегеү |
| 7.11 |
| Телмәрҙә алмаштарҙы табыу. Килеш менән үҙгәртеү | Һорау алмаштары. Һорау алмаштары ярҙамында теге йәки был һүҙ төркөмөнөң лексиск-грамматик мәғәнәҙен асыҡлау. Күрһәтеү алмаштары | ЯБАД |
| Һорау һәм күрһәтеү алмаштарын анализларға, сағыштырырға, оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын эҙләргә, күнегеүҙәр ярҙамында теманы нығытырға | 126-сы бит 146-сы күнегеү |
| 11.11 |
| Телмәр үҫтереү. Изложение | Күнегеүҙәр. Алмаштарҙы килеш менән үҙгәртеү | ЯБАД |
| Телмәрҙә алмаштарҙы табырға, килештәрен билдәләргә | Ҡағиҙәләрҙе ҡабатларға
|
| 13.11 |
| Алмашҡа морфологик анализ | Алмаш. Уның төркөмсәләре. Алмаштың килеш менән үҙгәреше | РД |
| Текста алмашты башҡа һүҙ төркөмдәренән айырырға. Уның грамматик мәғәнәләрен айыра белергә Тексты иғтибар менән уҡырға, һорауҙарға яуап бирергә, бирелгән планды тәртипкә килтерергә, бирелгән һүрәт һәм план буйынса ентекле һөйләргә һәм изложение яҙырға | 130-сы бит 149-сы күнегеү |
| 24.11 |
| Нимә ул сифат? | Үтелгән тема буйынса белемдәрен тикшереү | РД | 1-4 диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре | Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен ҡулланып, үҙ аллы эшләргә, иғтибарлы булырға | 134-се бит 155-се күнегеү |
| 18.11 |
| Тамыр һәм яһалма сифаттар | Тема буйынса ҡабатлау һәм йомғаҡлау. Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр. Сифаттың һорауҙары | ЯБАД |
| Үтелгәнде нығытыу буйынса кунегеүҙәр башҡарырға, насар уҙләштерелгән темалар буйынса һорауҙар төҙөргә һәм уларға яуаптар эҙләргә. Сифаттың телмәрҙә мөһим роль уйнауын асыҡларға.Телмәрҙә йышыраҡ ҡулланырға өйрәнергә. | 137-се бит 161-се күнегеү |
| 20.11 |
| Сифат дәрәжәләре | Исемгә, ҡылымға төрлө яһаусы ялғау ҡушып яһалған һүҙҙәр. Яһалма сифаттарҙың барлыҡ һәм юҡлыҡ формалары. Синонимдар. Антонимдар | ЯБАД |
| Тамыр һәм яһалма сифаттарҙың яһалышын белергә, дөрөҫ һорау бирергә, оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын табырға, үҙенсәлектәрен билдәләргә, һөйләмдә табырға өйрәнергә | 141-се бит 165-се күнегеү |
| 21.11 |
| Төп һәм шартлы сифаттар | Сифаттарҙың 4 дәрәжәһе | ЯБАД |
| Сифаттарҙы дәрәжәләре буйынса сағыштырырға, һәр береһенең төп үҙенсәлектәрен билдәләргә һәм һөйләмдә дөрөҫ табырға өйрәнергә | 145-се бит 170-се күнегеү |
| 25.11 |
| Төп һәм шартлы сифаттар .Ҡабатлау. | Төрлө дәрәжәлә килә алған сифаттар- төп сифаттар. Дәрәжәләре булмаған сифаттар – шартлы сифаттар | РД |
| Төп һәм шартлы сифаттарҙы сағыштырырға, айырырға өйрәнергә, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырғаң, Һөйләмдән таба белергә | 148-се бит 175-се күнегеү |
| 27.11 |
| Телмәр үҫтереү. Инша“Тәүге ҡар” | Сифат темаһы буйынса бөтә үтелгәндәрҙе нығытыу .Сифатты һөйләмдә табыу. Ролен билдәләү | РД |
| Сифатты һөйләмдә табырға өйрәнергә, дөрөҫ һыҙырға. | 152-се бит 184-се күнегеү |
| 28.11 |
| Сифаттың һөйләмдәге роле. | Сифатҡа морф анализ эшләү | РД |
| Өлгө буйынса анализ эшләргә өйрәнергә | 154-се бит 188-се күнегеү |
| 02.12 |
| Сифатҡа морфологик анализ. Йомғаҡлау. | Үтелгән тема буйынса белемдәрен тикшереү |
| 1-4 диктанттар йыйынты ғы һәм тикшереү эштәре | Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен ҡулланып, үҙ аллы эшләргә, иғтибарлы булырға | 158-се бит 195-се күнегеү |
| 04.12 |
| Нимә ул рәүеш? Уның яһалышы |
| РД |
| Үтелгәнде нығытыу буйынса кунегеүҙәр башҡарырға, насар уҙләштерелгән темалар буйынса һорауҙар төҙөргә һәм уларға яуаптар эҙләргә | 6-сы бит 200-се күнегеү |
| 05.12 |
| Рәүештең төркөмсәләре | Һөйләмдә эштең эшләнеү ваҡытын, урынын, сәбәбен, рәүешен аңлатҡан һүҙҙәр. Һорауҙары, яһалышы | ЯБАД |
| Һөйләмдә рәүештең урынын күҙәтергә башҡа һүҙ төркөмдәренән айырырға өйрәнергә | 8-се бит 206-сы күнегеү |
| 09.12 |
| Рәүеште сифат менән сағыштырыу | Төркөмсәләрҙе өйрәнеү | ЯБАД |
| Күнегеүҙәрҙән рәүештең төркөмсәләрен табырға | 10-сы бит 211-се күнегеү |
| 11.12 |
| Контроль диктант. | Сифаттың исемде, рәүештең ҡылымды асыҡлауы | ЯБАД |
| Һөйләмдә бер үк һүҙҙәрҙең сифат менән рәүеш булып килеүен күҙәтергә, уларҙы айырыу буйынса күнегеүҙәр эшләү | Ҡағиҙәләрҙе ҡабатларға |
| 12.12 |
| Хаталар өҫтөндә эш. Тикшереү эше.Тест.
| Сифаттың исемде, рәүештең ҡылымды асыҡлауы | ЯБАД |
| Һөйләмдә бер үк һүҙҙәрҙең сифат менән рәүеш булып килеүен күҙәтергә, уларҙы айырыу буйынса күнегеүҙәр эшләү | 12-се бит 213-се күнегеү |
| 16.12 |
| Телмәр үҫтереү.Инша “Ҡышҡы уйындар” | Картина буйынса эш | РД | Инша 212-се күнегеү 11-се бит | Картинаны иғтибар менән ҡарарға, һорауҙарға яуап бирергә, план төҙөргә, терәк һүҙҙәрҙе ҡулланып, инша яҙырға. Телмәрҙә рәүештәрҙе ҡулланырға | 14- се бит 216- сы күнегеү |
| 18.12 |
| Хаталар өҫтөндә эш. Рәүешкә морфологик анализ. | Рәүешкә морф анализ эшләү Үтелгәнде нығытыу. | РД | «Әсә теле» дәреслегенә тикшереү дәфтәре | Өлгө буйынса анализ эшләргә өйрәнергә Парлап йәки төркөмләп бер-берең менән килешеп хеҙмәттәшлек итергә.Аралашыу мәҙәниәтен үҙләштерергә. | Ҡағиҙәләрҙе ҡабатларға |
| 19.12 |
| Телмәр үҫтереү.Инша “Яңы йыл” | Үтелгән тема буйынса белемдәрен тикшереү | КД | Диктант | Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен ҡулланып, үҙ аллы эшләргә, иғтибарлы булырға | 18-се бит 220-се күнегеү |
| 23.12 |
| Хаталар өҫтөндә эш. Йомғаҡлау. | Бөтә үтелгәнде нығытыу, йомғаҡлау. | РД | 1-4 диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре 157,166, 170-171-се бит | Үтелгәнде нығытыу буйынса кунегеүҙәр башҡарырға, насар уҙләштерелгән темалар буйынса һорауҙар төҙөргә һәм уларға яуаптар эҙләргә | 18-се бит 221-се күнегеү |
| 25.12 |
| Нимә ул ҡылым? |
|
|
|
| 22-се бит 225-се күнегеү |
| 26.12 |
| Ҡылымдарҙың яһалышы | Предметтың эшен хәрәкәтен, хәлен белдергән һүҙҙәр. Һорауҙары, уның роле | ЯБАД |
| Текстан ҡылымды табырға, һорауҙар ҡуйырға өйрәнергә, һөйләмдәге ролен асыҡларға | 27-се бит 231-се күнегеү |
| 30.12 |
| Ҡылымдарҙың яһалышы. Ҡабатлау. | Яһалышы буйынса ҡылымдың өс төрө | ЯБАД |
| Ҡылымдарҙы яһалышы яһалышы яғынан сағыштырыға, анализларға,төрҙәрҙең үҙенсәлектәрен табырға өйрәнергә | 30-сы бит 235-се күнегеү |
|
|
| III сирек
|
|
|
|
|
|
| 15.01 |
| Ҡылымдарҙың заман менән үҙгәреше | Ҡылымдарҙың яһалышы буйынса нығытыу дәресе | РД |
| Күнегеүҙәрҙән ҡылымдың төрҙәрен табырға. | 34-се бит 239-сы күнегеү |
| 16.01 |
| Үткән заман ҡылымдары | Ҡылымдың өс заманы. Ҡылымдарҙың затта һанда,барлыҡ-юҡлыҡ формаһы | ЯБАД |
| Ҡылымдарҙың өс заманын һорау ҡуйып өйрәнергә,айырырға, уларҙы зат, һан, барлыҡ-юҡлыҡ менән үҙгәртергә | 37-се бит 244-се күнегеү |
| 20.01 |
| Үткән заман ҡылымдарының үҙгәреше. Тикшереү эше.Тест. | Үткән заман ҡылымдарының ике төрө. Үткән заман ҡылымдарының Шаһитлы һәм шаһитһыҙ формалары. | ЯБАД |
| Шаһитлы һәм шаһитһыҙ үткән заман ҡылымдарын айырырға өйрәнергә.Телмәрҙә ҡылымдарҙы дөрөҫ ҡулланырға һәм яҙырға өйрәнергә | 39-сы бит 248-се күнегеү |
| 22.01 |
| Телмәр үҫтереү. Инша Хәҙерге заман ҡылымдары | Ҡылымдарҙың зат, һан,барлыҡ-юҡлыҡта, шаһитлы һәм шаһитһыҙ үткән заман менән үҙгәреүе.Тест эштәрен үтәү | ЯБАД | «Әсә теле» дәреслегенә тикшереү дәфтәре | Үткән заман ҡылымдарын сағыштырырға,үҙгәрешен күҙәтергә, күнегеүҙәр менән нығытырға. Үткән заман ҡылымдарын үҙләштереү буйынса белем сифатын тикшерегә | 41-се бит 250-се күнегеү |
| 23.01 |
| Хәҙерге заман ҡылымдары | Телмәр үҫтереү. темаһына һөйләшеү ҡороу.Картина буйынса инша. | РД | Инша 249-сы күнегеү 40-сы бит | Картинаны иғтибар менән ҡарарға, һорауҙарға яуап бирергә, план төҙөргә, терәк һүҙҙәрҙе ҡулланып, инша яҙырға. | 45-се бит 255-се күнегеү |
| 27.01 |
| Хәҙерге заман ҡылымдарының үҙгәреше | Хәҙерге заман ҡылымдары хәл-ваҡиғаның үткәндә булғанын да, әлеге ваҡытта барғанлығын да белдерә алыуы. Уның һорауҙары | ЯБАД |
| Башҡа заман ҡылымдары менән сағыштырырға, һорауҙар ярҙамында хәҙерге заман ҡылымын табырға өйрәнергә, төп үҙенсәлекте билдәләргә, күнегеүҙәр эшләргә | 47-се бит 259-сы күнегеү |
| 29.01 |
| Киләсәк заман ҡылымдары. | Хәҙерге заман ҡылымдарының һан,зат үҙгәрә, барлыҡ-юҡлыҡта килеүе | ЯБАД |
| Хәҙерге заман ҡылымдарының һан, зат, барлыҡ-юҡлыҡта үҙгәреүен күнегеүҙәр ярҙамында өйрәнергә,нығытырға. | 50-се бит 264-се күнегеү |
| 30.01 |
| Киләсәк заман ҡылымдарының ике төрө. | Киләсәк заман ҡылымдарының алда эшләнәсәк эш-хәлде белдереүе. Киләсәк заман ҡылымдарының һан,зат үҙгәреүе, барлыҡ-юҡлыҡта килеүе. | ЯБАД |
| Киләсәк заман ҡылымдарын телмәрҙә табырға һәм ҡулланырға өйрәнергә | 54-се бит 270-се күнегеү |
| 03.02 |
| Телмәр үҫтереү.Изложение. | Эш-хәрәкәттең үтәлеүенә икеләнеү йәки мотлаҡ ышандырыу | ЯБАД | 1-4 диктанттар йыйынты ғы һәм тикшереү эштәре 178-179-сы бит | Киләсәк заман ҡылымының ике төрлө яһалышын өйрәнергә, күнегеуҙәр эшләп, нығытырға | Ҡағиҙәләрҙе ҡабатларға |
| 05.02 |
| Ҡылым һөйкәлештәре. | Изложение яҙыу . | РД | Изложние 271-се күнегеү 55-се бит | Тексты уҡып сығырға, һорауҙарға яуап бирергә, план төҙөп, тексҡа яҡын итеп һөйләп ҡарарға, изложениены дәфтәргә яҙырға | 59-сы бит 276-сы күнегеү |
| 06.02 |
| Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының үҙгәреше. | Бойороуҙы, ялбарыуҙы, үтенеүҙе белдергән ҡылымдар. Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының II, III затта, һанда, барлыҡ-юҡлыҡта үҙгәреүе | ЯБАД |
| Һөйләмдә ҡылым һөйкәлештәрен күҙәтергә, һорауҙар ярҙамына табырға өйрәнергә | Бойороҡ һөйкәлешендә 8 ҡылым яҙырға |
| 10.02 |
| Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үҙгәреше. | Ҡылым һөйкәлештәрен нығытыу буйынса күнегеүҙәр эшләү | ЯБАД |
| Ҡылым һөйкәлештәрен текста дөрөҫ табырға | Хәбәр һөйкәлешендә 8 ҡылым яҙырға |
| 12.02 |
| Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үҙгәреше. Ҡабатлау. | «Батырлыҡ” темаһына инша яҙыу | РД | Инша 286-сы күнегеү 67-се бит | Тексты аңлап уҡырға. Төп фекерҙе билдәләргә. Өлөштәргә бүлергә,һөйләп ҡарарға.Үҙ аллы яҙырға. | 62-се бит 280-се күнегеү |
| 13.02 |
| Телмәр үҫтереү. Инша. «Батырлыҡ» | Шарт һөйкәлеше ҡылымдарының һорауҙары | ЯБАД |
| Шарт һөйкәлеше ҡылымының башҡа һөйкәлештәр менән сағыштырыу, үҙенсәлектәрен табырға, һөйләмдә дөрөҫ ҡуллана белергә. | 67-се бит 285-се күнегеү |
| 17.02 |
| Шарт һөйкәлеше ҡылымдары. | Теләк һөйкәлеше ҡылымдарының һорауҙары | ЯБАД |
| Теләк һөйкәлеше ҡылымын башҡа һөйкәлештәр менән сағыштырыу, үҙенсәлектәрен табырға, һөйләмдә дөрөҫ ҡуллана белергә. | 72-се бит 291-се күнегеү |
| 19.02 |
| Теләк һөйкәлеше ҡылымдары. | Ҡылымдарға морфологик анализ өлгөһө | РД |
| Морфологик анализ эшләргә өйрәнергә | 75-се бит 296-сы күнегеү |
| 20.02 |
| Ҡылымға морфологик анализ. | Үтелгән тема буйынса белемдәрен тикшереү. | РД | «Әсә теле» дәреслегенә тикшереү дәфтәре | Ҡылым тураһында бөтә алған белем сифатын тикшерергә, һөҙөмтәләрҙе анализларға. | 78-се бит 302-се күнегеү |
| 26.02 |
| үтелгәнде Ҡабатлау. | Ҡылым.Уның грамматик формалары | РД |
| Ҡылымды зат ,һан менән үҙгәртә белергә. | 80-се бит 305-се күнегеү |
| 27.02 |
| Йомғаҡлау. Тикшереү эше.Тест | Предметтың иҫәбен белдереүсе һүҙҙәр.Һандың һорауҙары.Яһалышы. | ЯБАД |
| Һөйләмдә һанды табырға, дөрөҫ һорау ҡуйырға яһалышын билдәләргә дөрөҫ яҙырға өйрәнергә | 58-се бит 308-се күнегеү |
| 03.03 |
| Нимә ул һан. | Аңлатҡан мәғәнәләренә ҡарап, һан төркөмсәләре, һорауҙары | ЯБАД |
| һан төркөмсәләрен өйрәнергә, сағыштырырға күҙәтергә,һөйләмдә дөрөҫ билдәләргә. | 88-се бит 313-сө күнегеү |
| 05.03 |
| Һан төркөмсәләре Телмәр үҫтереү. Изложение. | Теманы нығытыу. | РД | Изложение 321-се күнегеү 94-се бит | Тексты аңлап уҡырға. Төп фекерҙе билдәләргә. Һүрәттәр буйынса өлөштәргө бүлергә. План төҙөргә. Йөкмәткеһен эҙмә-эҙлекле һөйләргә. Дәфтәргә яҙырға. | 91-се бит 318-се күнегеү |
| 06.03 |
| Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы. | Һанға ялғау ҡушылмаған, ялғау ҡушылған, ике һан араһында һыҙыҡса ҡуйылған осраҡтарҙы ҡарау. | ЯБАД |
| Һандарҙы дөрөҫ ҡулланырға,дөрөҫ яҙылышын аңлатырға. | 97-се бит 326-сы күнегеү
|
| 10.03 |
| Һандарҙың башҡа һүҙҙәр менән оҡшашлығы. | Һандың исем, сифат,рәүеш урынында ҡулланылыу осраҡтары.Уларҙың һорауҙары һәм һөйләмдәге роле | ЯБАД |
| Һандарҙың исем, сифат, рәүеш урынында ҡулланылған осраҡтарын дәреслек материалынан күҙәтергә.Уларҙы үҙ-ара сағыштырырға. Тикшеренеү һөҙөмтәһен график һыҙма ярҙамында күрһәтергә. | 100-сө бит 331-се күнегеү |
| 12.03 |
| Контроль диктант. | Һанға морфологик анализ | РД | 1-4 диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре 182,186-188-се бит | Морфологик анализ эшләргә белеү | 104-се бит 337-сө күнегеү |
| 13.03 |
| Хаталар өҫтөндә эш. | Тема буйынса балаларҙың белемдәрен нығытыу . | КД | Контроль диктант
| Һан тураһында бөтә алған белем сифатын тикшерергә, һөҙөмтәләрҙе анализларға. | 107-се бит 341-се күнегеү |
| 17.03 |
| Телмәр үҫтереү.Инша «Ҡоштар ҡайта» | Тема буйынса ҡабатлау һәм йомғаҡлау |
РД |
| Үтелгәнде нығытыу буйынса кунегеүҙәр башҡарырға, насар уҙләштерелгән темалар буйынса һорауҙар төҙөргә һәм уларға яуаптар эҙләргә | Һандар менән 5 һөйләм яҙырға. |
| 19.03. |
| Хаталар өҫтөндә эш. Йомғаҡлау. | Телмәр мәҙәниәте ҡанундары | РД | Инша 342-се күнегеү 108-се бит | Тексты аңлап уҡырға. Төп фекерҙе билдәләргә. Һүрәттәр буйынса өлөштәргө бүлергә. План төҙөргә. Йөкмәткеһен эҙмә-эҙлекле һөйләргә. Дәфтәргә яҙырға. | Ҡағиҙәләрҙе ҡабатларға |
| 20.03 |
| Һүҙҙең күп мәғәнәлелеге. Һүҙҙәрҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе. | Тема буйынса ҡабатлау һәм йомғаҡлау | РД
|
| Үтелгәнде нығытыу буйынса кунегеүҙәр башҡарырға, насар уҙләштерелгән темалар буйынса һорауҙар төҙөргә һәм уларға яуаптар эҙләргә. | 113-се бит 348-се күнегеү |
|
|
| IV Сирек
|
|
|
|
|
|
| 02.04 |
| Омонимдар | Һүҙҙәрҙең төрлө мәғәнәгә эйә булыуы.Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. | ЯБАД |
| Телмәрҙә тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе ҡулланырға өйрәнеү | 116-сы бит 353-сө күнегеү |
| 03.04 |
| Синонимдар | Омонимдар | РД |
| Омонимдарҙы һөйләмдә дөрөҫ табырға һәм ҡулланырға өйрәнеү | 119-сы бит 357-се күнегеү |
| 07.04 |
| Антонимдар | Синонимдар | РД |
| Синонимдарҙы һөйләмдә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү | 122-се бит 363-сө күнегеү |
| 09.04 |
| Нығынған һүҙбәйләнештәр | Антонимдар | РД |
| Антонимдарҙы һөйләмдә дөрөҫ табырға һәм ҡулланырға өйрәнеү | 124-се бит 366-сы күнегеү |
| 10.04 |
| Телмәр үҫтереү. Изложение. | Күсмә мәғәнәле һүҙбәйләнештәр, Нығынған һүҙбәйләнештәр | ЯБАД |
| Нығынған һүҙбәйләнештәр менән телмәрҙе байытырға. | Ҡағиҙәләрҙе ҡабатларға |
| 14.04 |
| Хаталар өҫтөндә эш. Йомғаҡлау. | Картина буйынса эш. | РД | Изложение 367-се күнегеү 124-се бит | Картинаны өйрәнергә. Картинаның эстәлеген асыу өсөн һүҙҙәр тупларға. Иншаның планын төҙөргә. Картина йөмәткеһе, рәссам күрһәтергә теләгән төп фекерҙе асыҡларға. | 130-сы бит 371-се күнегеү |
| 16.04 |
| Фонетика. Һүҙьяһалыш. | Лексика темаһын нығытыу. | РД |
| Белемдәрҙе тикшерергә, анализларға | 132-се бит 373-сө күнегеү |
| 17.04 |
| Фонетика. Һүҙьяһалыш | Өндәр системаһы. Һүҙьяһалыш. |
РД |
| Өйрәнелгән тел төшөнсәләре, тел күренештәре тураһында белешмә, мәғлүмәт бирергә | 134-се бит 376-сы күнегеү |
| 21.04 |
| Һөйләм | Өндәр системаһы. Һүҙьяһалыш. | РД |
| Өйрәнелгән тел төшөнсәләре, тел күренештәре тураһында белешмә, мәғлүмәт бирергә | 137-се бит 380-се күнегеү |
| 23.04 |
| Һөйләм | Һөйләм. Уның аҙағында тыныш билдәләре. Уның баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Һөйләмгә синтаксик анализ. | РД |
| Эште төркөмдә бер-берең менән кәңәшләшеп башҡарырға. Бер-береңде тыңлай белергә. Кеше фекерен ихтирам итергә. | 144-се бит 386-се күнегеү |
| 24.04 |
| Исем |
|
|
| Эште төркөмдә бер-берең менән кәңәшләшеп башҡарырға. Бер-береңде тыңлай белергә. Кеше фекерен ихтирам итергә. | 151-се бит 391-се күнегеү |
| 28.04 |
| Алмаш | Тема буйынса үтелгәнде иҫкә төшөрөү, ҡабатлау, нығытыу. | РД |
| Текстан исемдәрҙе табып, тулы морфологик анализ эшләргә | 152-се бит 393-сө күнегеү |
| 30.04 |
| Сифат | Тема буйынса үтелгәнде иҫкә төшөрөү, ҡабатлау, нығытыу. | РД |
| Текстан алмаштарҙытабып, тулы морфологик анализ эшләргә. | 156-сы бит 397-се күнегеү |
| 01.05 |
| Сифат | Тема буйынса үтелгәнде иҫкә төшөрөү, ҡабатлау, нығытыу. | РД |
| Текстан сифаттарҙы табып, тулы морфологик анализ эшләргә | 5 сифатҡа морфологик анализ эшләргә |
| 05.05 |
| Рәүеш | Тема буйынса үтелгәнде иҫкә төшөрөү, ҡабатлау, нығытыу. | РД |
| Текстан рәүештәрҙе табып, тулы морфологик анализ эшләргә | 158-се бит 400-сө күнегеү |
| 07.05 |
| Ҡылым | Тема буйынса үтелгәнде иҫкә төшөрөү, ҡабатлау, нығытыу. | РД |
| Текстан ҡылымдарҙы табып, тулы морфологик анализ эшләргә | 161-се бит 404-се күнегеү |
| 8.05 |
| Һан | Тема буйынса үтелгәнде иҫкә төшөрөү, ҡабатлау, нығытыу. | РД |
| Текстан һандарҙы табып, тулы морфологик анализ эшләргә | 169-сы бит 415-се күнегеү |
| 12.05 |
| Контроль күсереү | Тема буйынса ҡабатлау һәм йомғаҡлау | РД |
| Үтелгәнде нығытыу буйынса кунегеүҙәр башҡарырға, насар уҙләштерелгән темалар буйынса һорауҙар төҙөргә һәм уларға яуаптар эҙләргә | 5 һөйләм күсерергә һәм исемдәргә морфологик анализ эшләргә. |
| 14.05 |
| Хаталар өҫтөндә эш. Йомғаҡлау. | Тема буйынса балаларҙың белемдәрен нығытыу . | КД | Контроль диктант | Үтелгән темалар буйынса белем сифатын тикшерергә, һөҙөмтәләрҙе анализларға
| 171-се бит 418-се күнегеү |
| 15.05 |
| Комплекслы предмет-ара тикшереү эше | Тема буйынса ҡабатлау һәм йомғаҡлау | РД
| тест | Үтелгәнде нығытыу буйынса кунегеүҙәр башҡарырға, насар уҙләштерелгән темалар буйынса һорауҙар төҙөргә һәм уларға яуаптар эҙләргә | Ҡағиҙәләрҙе ҡабатларға |
| 19.05 |
| Хаталар өҫтөндә эш. | Тексты аңлы уҡыу.бирелгән эштәрҙе үтәү. | КД | Контроль диктант | Бөтә белгәндәрҙе иҫкә төшөрөргә, ҡуллана белергә. Оҡшатып эшләргә, һорау ҡуйырға, һығымта яһарға. | 5 сифатҡа морфологик анализ эшләргә |
| 21.05 |
| Контроль диктант. | Хаталарҙы иҫкәртеү | РД |
| Эште аңлап. Дөрөҫ итеп башҡарырға. | Ҡағиҙәләрҙе ҡабатларға |
| 22.05 |
| Хаталар өҫтөндә эш. | Дөрөҫ , таҙа һәм матур итеп күсереү. |
|
| Һөйләмде дөрөҫ күсереп яҙырға. Тексты ишетеп дөрөҫ яҙырға. һөйләмдең эйәһен, хәбәрен, эйәрсән киҫәктәрен тамға менән билдәләргә. Орфограммаларҙы табырға, аңлата белергә, аҫтына һыҙырға. Һүҙҙәргә өн моделе төҙөргә, транцкрипцияла яҙырға. | 5 ҡылымға морфологик анализ эшләргә |
| 26.05 |
| Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | Хаталарҙы иҫкәртеү |
|
| Эште аңлап. Дөрөҫ итеп башҡарырға. | Ҡағиҙәләрҙе ҡабатларға |
| 28.05 |
| Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | Һүҙ төркөмдәре уларҙың грамматик формалары.Дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләре. Телмәр мәҙәниәте. |
|
| Һүҙ төркөмдәре, уларҙың грамматик формалары, дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләре тураһында аңлатма бирергә. | Ҡағиҙәләрҙе ҡабатларға |
| 29.05 |
| Йомғаҡлау. | Һүҙ төркөмдәре уларҙың грамматик формалары.Дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләре. Телмәр мәҙәниәте. |
|
| Һүҙ төркөмдәре, уларҙың грамматик формалары, дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләре тураһында аңлатма бирергә. | Ҡағиҙәләрҙе ҡабатларға |