Меню
Разработки
Разработки  /  Начальные классы  /  Мероприятия  /  4 класс  /  Башҡорт теленән уйын "Тел бәйгеһе"

Башҡорт теленән уйын "Тел бәйгеһе"

Внеклассное мероприятие по башкирскому языку. Игра-соревнование. Можно провести в 5-6 классах
20.11.2019

Содержимое разработки

“Тел бәйгеһе” уйын-ярыш.



Маҡсат: 1) Бергәләп күңел асыу;



2) Уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү;



3) Туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү.



4) Уҡыусыларҙың белемдәрен барлау.





Йыһазландырыу: ҡағыҙ, ручка, плакаттар







Кисәнең барышы:



Уҡытыусы.



- Тел ул - бөтөн халыҡтың ҡаҙанышы, меңләгән, миллион-



лаған кешеләрҙең күп ғасырлыҡ ижад емеше. Тел бөтһә, ул телдең эйәһе булған халыҡ, милләт юғала. Туған телен һаҡ-



лау, үҫтереү, уның сафлығы, матурлығы өсөн көрәшеү - һәр кемдең изге бурысы.



Кешенең тормошо тел менән бәйле. Туған телебеҙ – башҡорт теле, ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло тел ул. Менә ошо телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм телебеҙҙең матурлығын, байлығын күрһәтеү өсөн мин бөгөнгө кисәбеҙҙе уйын – ярыш формаһында үткәрергә булдым.



- Шуның өсөн хәҙер беҙгә 2 командаға бүленергә кәрәк.



Командаларға бүленеү.(«Зирәктәр», «Отҡорҙар»)





- Ә хәҙер, һеҙҙе,беҙҙең командаларыбыҙға баһа биреү өсөн жюри члендары менән таныштырып китәм:





Ғәҙел, тырыш, намыҫлы ул,



Бөтөн эште булдыра.



Шуға күрә яратабыҙ,



Ул Зәки абый була.





Менә тигән уҡытыусы,



Сабыр, хеҙмәт ярата,



Беҙ ҙә уны яратабыҙ,



Ул бит Әнисә апа.





Өсөнсө жюри членыбыҙ



Барыбыҙға ла таныш.



Һәр саҡ шат була белә ул,



Беҙҙең Ирина апабыҙ.





-Менә жюри члендары менән дә танышып үттек. Ярышыбыҙҙы башлап ебәрһәк тә була.





1-се бирем. «Йомаҡтар»





Бабай бүреге йөҙ ямау. (Глобус)





Көн һайын ябыға,



Йыл аҙағында үлә. (Календарь)





Ҡалаһы бар – халҡы юҡ,



Диңгеҙе бар – һыуы юҡ. (Карта)





Һиндә лә бар, миндә лә бар,



Әҙәмдә юҡ, донъяла бар. (Н хәрефе)





Ауыҙы юҡ, күп телле,



Дәртләндермәй һуң кемде? (Гармун)





Эсе ҡыуыш,



Дыңғылдарға уны ҡуш. (Барабан)





Һүҙе килә - үҙе килмәй. (Хат)





8) Көн үткәнде кем белә,



Мин онотһам, ул белә. (Сәғәт)





9) Тәҙрә башында терәү,



Һөйләп тора берәү. (Радио)





10) Урманға барғанда, өйгә ҡарай,



Өйгә ҡайтҡанда, урманға ҡарай. (Билдәге балта)





11) Береһе әйтә: «Йәй тыныс»,



Икенсеһе әйтә: «Ҡыш тыныс»,



Өсөнсөһө әйтә: «Йәй ҙә, ҡыш та бер тормош,



Юҡ ул миңә тиктормош». (Сана, арба, ат).





Иртә килә, кис ҡайта. (Ҡояш)







2-се бирем. Ҡайһы команда тиҙәйткесте дөрөҫ һәм тиҙ



әйтә.



(Команданан бер кеше)





Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке,мөгөҙө үгеҙҙеке. Һеҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме,мөгөҙө



үгеҙҙекеме?





3-сө бирем. Мәҡәл һәм әйтемдәрҙе урыҫ теленә



тәржемә итергә





Ҡарға күҙен ҡарға суҡымай.



(Ворон ворону глаз не выклюнет)





Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ.



(Куй железо, пока горячо)





Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты.



(Всему свое время)





Беҙ ҡапсыҡта ятмай.



(Шила в мешке не утаишь)





Һүҙ жюриға бирелә.





4-се бирем. «Хикәйә яҙабыҙ» тип атала. 1-се команда «Ҡ»



хәрефенә генә башланған һүҙҙәр ҡулланып, ә 2-се



команда «Т» хәрефенә генә башланған һүҙҙәр



ҡулланып хикәйә яҙырға.





- Командалар биремде үтәгән мәлдә ҡарап ултырыусы-



лар менән уйнап алабыҙ.









5-се бирем. «Шаян Һорауҙар» (Ҡарап ултырыусылар



менән уйын)





Ир кеше тол ҡалған ҡатынының һеңлеһенә өйләнә



аламы? (юҡ, сөнки ул үлгән)



Яңғыр яуғанда ҡуян ниндәй ағас аҫтында ышыҡланып



ултыра? (еүеш)



Нимәне әҙерләһәң дә ашап булмай? (дәресте)



Ун метрлы баҫҡыстан һикереп нисек аяҡты һындырмаҫҡа? (баҫҡыстың аҫҡы өлөшөнән генә һикерергә)



Илфат ағай мәктәпкә ҡарағанда бейегерәк һикерә аламы? (юҡ, сөнки мәктәп һикермәй)



Ғәҙәттә ай 30 йәки 31 көн менән бөтә. Ә ҡайһы айҙа



28 көн бар? (барыһында ла)



7) Ниндәй йыл бер генә көн була? (Яңы йыл).



8) Ниндәй һандар бойора ала? (йөҙ, ҡырҡ)



9) Ниндәй ат хайуан түгел? (исем)



10) Ниндәй 100 һан түгел? (бит)





6-сы бирем. «Анаграммалар»



«Ҡыҙыҡ» «Ҡыҙыҡ» булып ҡала



Уҡыһаң да кирегә.



Әйҙә киттек һүҙлек буйлап



Ҡыҙыҡ эҙләп йөрөргә.



Ҡыҙыҡтарҙың бүтәндәрен



Үҙең эҙлә тиҙерәк.



Бирелгән ваҡыт эсендә кем күберәк анаграммалар яҙа.



(Ҡыйыҡ, көсөк, ҡалаҡ, ҡоҙоҡ, оло, сәс, наҙан, ҡыуыҡ, ете, өрө, йәй, ҡабаҡ…)





Һүҙ жюриға бирелә.





7-се бирем. «Бер һүҙ менән әйт»



Күҙ асып йомғансы - тиҙ



Ауыҙы ҡолағына еткән - шатланыу.



Иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ - ғәжәпләнеү, аптырау.



Ауыҙ асырға ла ирек бирмәү - һөйләтмәү.



Тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел - бик күп



Утлы табаға баҫтырыу - тиргәү



Энә күҙенән үткәреү - ентекләп тикшереү.





8-се бирем. «Рифма тап»





Бик һиҙгер тоя белһәң,



Был донъяла серҙәр күп.



Иркен һулап йөрөргә



Сәхрә генә ……. күп.





Шыбыр-шыбыр япраҡтары –



Туғайҙарҙа дуҫтар бар:



Иртә-кисен серле генә



Сутылдашҡан …… бар.





Тиҙ арала сәскә атҡан



Аҡланда гөлдәр күп-күп,



Һағышланырға беҙҙе лә



Саҡырып йөрөй …… .



Көҙгә хәтлем эшһеҙ ҡалғас,



Бойоғоп тора көрәк.



Әллә ҡайҙа боҫоп ҡына



Быжҡылдап ҡуя …… .



9-сы бирем. «Ребус»



-Яуабын дөрөҫ тапһағыҙ, башҡорт халыҡ мәҡәлен уҡырһығыҙ.





10-сы бирем. «Метаграммалар»



-Йәшерелгән һүҙ эсендәге бер хәрефте алыштырып,яңы һүҙ



Сығарыла торған йомаҡтар метаграммалар тип атала.





(Метаграммалар әйтеү)







Һүҙ жюриға бирелә.



- Ошоноң менән беҙҙең «Тел бәйгеһе» уйыны тамам. Рәхмәт



иғтибарығыҙға.







Еңеүселәрҙе бүләкләү.



-75%
Курсы повышения квалификации

Современные педагогические технологии в образовательном процессе

Продолжительность 72 часа
Документ: Удостоверение о повышении квалификации
4000 руб.
1000 руб.
Подробнее
Скачать разработку
Сохранить у себя:
Башҡорт теленән уйын "Тел бәйгеһе" (14.86 KB)

Комментарии 0

Чтобы добавить комментарий зарегистрируйтесь или на сайт