Меню
Разработки
Разработки  /  Родной язык и литература  /  Мероприятия  /  6 класс  /  Внеклассное мероприятие "Салауат тирмәһендә"

Внеклассное мероприятие "Салауат тирмәһендә"

Данное внеклассное мероприятие рекомендуется проводить в 6-7 классах по истории и культуре Башкортостана. по внеурочной деятельности "Краеведение"
10.05.2020

Содержимое разработки

Әҙәби- музыкаль байрам «Салауат тирмәһендә»


Маҡсаты: башҡорт халыҡ батырының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, бигерәк тә уҡыусыларҙың иғтибарын Салауаттың бала сағы тураһындағы хәтирәләргә йүнәлтеү, һөйләү телмәрен үҫтереү, тыуған яҡтың тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу, ынтылыш, милли батырыбыҙға ҡарата ихтирам, ғорурланыу тойғолары тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: китаптар күргәҙмәһе, Салауат тураһында репродукциялар, һикелә һуғылған балаҫ, ҡорама юрғандар(арҡыры – буй), улар өҫтөндә ашъяулыҡ, ә унда-самауыр, сәйнүк, сынаяҡтар, бер нисә төрлө милли ашамлыҡ, аудиомагнитофон, видеомагнитофон.

(әкрен генә ҡурайҙа халыҡ көйө ишетелә)

1-се алып барыусы: Минең тыуған ҡырҙарым,

Балдай татлы һыуҙарым,

Яландарым, урманым,

Күккә ашҡан Уралым –

Минең изге төйәгем,

Һеҙҙе һөйә йөрәгем.

(С.Юлаев)

Уҡыусы: Ай, Уралым, Уралым,

Күгәреп ятҡан Уралым!

Нурға сумған түбәһе –

Күккә ашҡан Уралым!

Һине маҡтай йырҙарым,

Һине данлай йырҙарым.

Төнөн күккә ай ҡалҡһа,

Алтындай балҡый Уралтау;

Көндөҙ күккә көн ҡалҡһа,

Көмөштәй балҡый Уралтау.

(С.Юлаев)

1-се алып барыусы: Башҡортостан ерендә бер исем бар: бөтә ғәм: йәше лә, ҡарты ла белә уны . Ул Салауат Юлаев.

2-се алып барыусы: Халыҡ батыры, тыуған яғы матурлығын данлап йырҙар сығарған шағир ҙа, ғүмеренең аҙағына тиклем халҡының азатлығы өсөн көрәшкән ҡыйыу яугир ҙа ул.

Һеҙ, уҡыусылар, бөгөн Салауаттың ҡайҙа һәм ҡасан тыуғаны, бала сағы, нисек итеп ҡурҡыу белмәҫ батыр булып китеүе тураһында ишетерһегеҙ. Иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ, аҙаҡтан викторина һорауҙары менән үҙегеҙҙең белемегеҙҙе тикшереп алырһығыҙ.

1-се алып барыусы:

Башҡорт халҡы борон-борондан үҙенең күпте күргән, күп белгән аҡһаҡалдары менән дан тотҡан. Ҙур эштәрҙе улар менән кәңәшләшеп башҡарғандар. Оҙон ҡышҡы кистәрҙә улар йәштәргә үҙенең халҡының данлыҡлы көрәшселәре, батырҙары тураһында һөйләгәндәр.

Беҙ ҙә бөгөн үҙебеҙҙең тирмәгә Салауаттың тормошо тураһында, батырлыҡтары тураһында күп белгән аҡ инәйҙәрҙе саҡырҙыҡ. Улар ер йөҙөндә күп йәшәгәндәр, күп беләләр һәм күп нәмәләрҙе яҡшы хәтерләйҙәр.

(Милли кейемдәр кейгән ике әбей инә)

1-се алып барыусы:

Бына улар! Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар! Әйҙәгеҙ, түрҙән уҙығыҙ! Юлдан һыуһап-сарсап килгәнһегеҙҙер, әйҙәгеҙ сәй эсеп алығыҙ, арығанһығыҙҙыр ҙа.

Инәй:

Рәхмәт, рәхмәт!

Салауат батыр тураһында күберәк белергә теләгәнегеҙҙе беләбеҙ.

Хәҙер әҙ генә ял итеп алайыҡ та, көнө - төнө туҡтамай һөйләй алабыҙ.

2-се алып барыусы:

Зинһар, аҡ инәйҙәр, Салауат тураһында белгәндәрегеҙҙе һөйләгеҙ балаларға. Башҡортостандың ниндәйерәк тәбиғәтле урынында тыуған Салауат? Мөмкин булһа, беҙ шул турала ихлас тыңлар инек.

Инәй:

Хәҙер балалар уҡымышлы, бәлки үҙҙәренән һорап ҡарарбыҙ(балалар һөйләй)

Мәғжизәле ул урындар! Бер яғынан ҡая ташлы, ҡара урмандар менән ҡапланған тауҙар, ә икенсе яҡтан- ярһыу йылғалар, өсөнсө яҡтан – икһеҙ-сикһеҙ далалар.Ошондай иҫ киткес матур урында йәшәгән Салауат ырыуы. (видео күрһәтелә)

1-се алып барыусы:

Ошо урында, Тәкәй ауылында, 1754 йылдың 16 июнендә старшина Юлай Аҙналин ғаиләһендә өсөнсө бала тыуа – ул. Салауат.

Инәй:

Ә минең хәтеремдә ҡалған уның бәләкәй сағы: Салауат бик матур ине. Бик тыныс, уйсан бала булды ул, сәскәләр яратты, урман шаулауын тыңларға,ҡоштарҙы күҙәтергә ярата торғайны. Хатта бер ваҡыт Юлай:” Кәләш, һин миңә ул табып бирҙеңме, әллә ҡыҙмы?»-тип шаяртҡан, тиҙәр.

2-се алып барыусы:

Салауат халыҡ йырҙарын тыңларға яратҡан:оҙон һәм һалмаҡ көйҙәр, моңло – һағышлы йырҙар һәм бейеү көйҙәре…

Әйҙәгеҙ, хәҙер бер йыр тыңлап алайыҡ, бәлки ошо көйҙө Салауат та тыңлағандыр.

Инәй:

Был башҡорт халыҡ йыры “Урал”, Флүрә Килдейәрова башҡарҙы.

Инәй:

Беҙҙең Салауат бала сағында әкиәт тыңларға ифрат яратҡан!

Өләсәһенең ҡуйынына ғына һырынып ултырып, сәғәттәр буйы тыңларға әҙер булған ул.

Ә һеҙ, уҡыусылар, ниндәй башҡорт әкиәттәрен беләһегеҙ?Ниндәй төрҙәре бар? (Башҡорт халыҡ әкиәттәренең төрҙәрен әйтәләр)

1-се алып барыусы:

Хөрмәтле инәйҙәр, ниндәй әкиәттәр тыңларға яратҡан һуң Салауат?

Инәй:

Ә һеҙ, ҡәҙерле балалар, Абрай батыр тураһында ишеткәнегеҙ бармы?

Бик көслө, бил бирмәҫ батыр булған, уны Һабантуйҙарҙа бер кем дә еңә алмаған. Бер ваҡыт Абрай батыр Ҡазанға ҙур Йыйынға барған. Ишеткәнегеҙ бармы ундай ҡаланы?

Абрайҙың үҙе генә белгән бер сере булған. Көрәш майҙанына сыҡҡас, ул бер ҡасан да уның менән көрәшергә сыҡҡан кешегә тиҙ генә ташланмаған, ә майҙан тирәләп айыу кеүек яй ғына әйләнеп йөрөгән, тирә –яғына ҡарана-ҡарана. Ә ул көрәшә башлағас, йыйылған халыҡ бар көсөнә ҡысҡырып ултырыр булған. Шул саҡта ғына Абрай батырҙың быуын –һөйәктәренә көс өҫтәлгән. Быны бик хәйләкәр бер кеше һиҙеп алған да:” Икенсе көрәштә мин һеҙҙең данлыҡлы Абрайығыҙҙы еңәм!- тип иғлан иткән.

Тик мин Абрай менән көрәшкән саҡта, ауыҙығыҙға һыу уртлаған кеүек , шым ултырығыҙ”,-тип әйткән ,ти, теге кеше.

“Сығып та торма, Абрай батыр үлтерер үҙеңде”,-тип киҫәтеүҙәргә ҡарамай, сыҡҡан, ти. Бына Абрай ҙа майҙанға сыға. Тик ни ғәләмәт! Батыр түңәрәк буйлап, айыу һымаҡ, бер үтә, ике…

Ә тирә-яҡ тып –тын! Был тынлыҡтан батырҙың тыны ҡыҫыла, йыйылған халыҡ ҡысҡырмағас, уның быуындары бушай…

Шулай итеп, теге маҡтансыҡ, ысынлап та Абрай батырҙы еңгән дә ҡуйған!

Инәй:

Шуға күрә, майҙанға батырҙар көрәшергә сыҡҡанда, бөтә йыйылған халыҡ гөр килеп, ҡысҡырып, уларҙы дәртләндереп тора икән.Шул ваҡыттан ҡалған ул.

2-се алып барыусы:

Ниндәй фәһемле әкиәт! Миңә бик-бик оҡшаны. Ә һеҙгә, уҡыусылар, оҡшанымы?

Инәй:

Салауат ҡыҙҙарға оҡшап күп йөрөмәй ул. Бер көндө хәрби хеҙмәтенән ҡайтҡан атаһы хатта танымай ҡарап тора үҙенең улын- бик мыҡты ғына егет булып киткән Салауат.

(Муллағәләмов Илшат башҡарыуында “Байыҡ” бейеүе)

  • Ә ниндәй мәргән ине ул! Үҙем күрмәһәм, ышанмаҫ инем: илле аҙымдан балдаҡты үткәргәнсе ата ине.

Инәй:

Ҡайсаҡ, йән-фарманға сабып барған көйөнсә, эйелеп сәскә өҙөп алыр ине, йәки атының ҡорһағы аҫтынан икенсе яғына үтә сығыр ине…Ай –һай , етеҙ ине, ҡурҡыуҙы ла белмәне. Сос ине!

1-се алып барыусы:

Бындай бәйгеләр, ғәҙәттә, һабантуйҙарҙа уҙғарыла торғайны. Салауаттың ат ярыштарында нисек сәмләнеп ҡатнашыуҙарын яҙыусы Степан Злобин үҙенең “Салауат” романында бына нисек һүрәтләгән. Тыңлағыҙ әле…(өҙөк уҡып ишеттерә: 10-сы бит)

Инәй:

Эйе, булды ул хәл! Салауат бик-бик ғәҙеллек яратты. Шуға күрә үҙенең халҡын ҡыйырһытыуҙарына түҙә алманы. Ух, янды шул саҡ ул, ух, көйҙө! Бөгөнгөләй күҙем алдында тора уның ут янған күҙҙәре!

(Муллағәләмов Илшат Салауат ролендә, ҡулында күмер)

  • Был ябай күмер түгел. Был – яндырылған башҡорт ауылдарынан ҡалған. Ә ауылдар ни өсөн яндырылған тиһегеҙме? Минең халҡым ҡоллоҡҡа төшөргә риза булмаған һәм үҙенең дошмандарына ҡаршы баш күтәргән. Бына ни өсөн.

  • Әгәр ҙә мин ҡурҡып артҡа сигенәм икән, Аллам ошо күмер менән минең күкрәгемде өтһөн! (сыға)

2-се алып барыусы:

Был антын Салауат бер ваҡытта ла боҙмаған, ғүмере буйына тоғро ҡалған.

Инәй:

Салауат шиғырҙар яҙған. Ул урман шауын, ағастарҙа япраҡ шаулауын тыңлаған һәм урман йырына ҡушылып, үҙе лә йыр һуҙған. Ә нимә тураһында йырлаған һуң? Нимә уны уратып алған, һәм бөтә йырға лайыҡ күренештәргә йыр сығарған.Тыуған яғына булған көслө һөйөүе үҙенән-үҙе йыр булып күкрәгенән ағылған:

Ай Уралым, Уралым,

Күгәреп ятҡан Уралым!

Нурға сумған түбәһе –

Күккә ашҡан Уралым!

2-се алып барыусы:

Халҡына йәне ҡушылған,

Дошмандан илен ҡурсыған,

Эйәрләп атҡа атланған,

Ажғырып яуға ташланған,-

Илдең батыры шул булыр,

Илдең күрке шул булыр.

1-се алып барыусы:

Хөрмәтле оло инәйҙәр, ни өсөн башҡорттар шундай уңдырышлы тупраҡлы матур ерҙә тыныс ҡына йәшәй алмағандар һуң?

Ни өсөн әленән -әле баш күтәрергә мәжбүр булғандар?

(Видеофильм “Салауат тауышы” өҙөк)

Инәй:

Тынғы бирмәнеләр шул: тәүҙә бер яҡтан нагайҙар, ҡойон уйнатып, килеп инеп таланылар, хатта үлтерҙеләр халыҡты. Аҙаҡ урыҫ батшалары һәм уларҙың ярандары баш-баштаҡлыҡ итергә тотондолар. Бөтәһенә лә күберәк ҡиммәтле тиреләр давай, иң яҡшы аттар давай… Аҙаҡ урмандарыбыҙҙы ҡырҡып, беҙҙең тыуған еребеҙгә заводтарын төҙөй башланылар. Түҙмәне халыҡ. Башҡорт ҡына түгел, бөтә ярлы халыҡ күтәрелде: урыҫтар ҙа,татарҙар ҙа, мариҙар ҙа.

Инәй:

Уҡ – һаҙаҡ, балта һәм суҡмарҙар менән ҡоралланып алған урыҫ ярлыларын Емельян Пугачев, ә башҡорттарҙы Салауат етәкләне. Ә уға ни бары 22 генә йәш ине!

Инәй:

Ҡамсыһын һелтәп, атына атланыуға, Салауат артынан йөҙ һыбайлы сапты.Уның оранына ҙур ғәскәр яуап бирҙе. Шулай итеп, 3000

башҡортто күтәрҙе һәм ышаныслы етәксе булды уларға.

Йоҙроҡҡа ҡаты ҡыҫып тотҡан күмер…антын иҫенә төшөрөп тора.

Яуға ингәндә йырҙары менән дәртләндерә яугирҙәрен.

2-се алып барыусы:

Элек йырҙары өсөн уны һандуғас тип йөрөтһәләр, хәҙер инде, һуғыш ваҡытында –бөркөт, Урал бөркөтө тиҙәр.

Һуғыш бик ауыр була. Көстәр тигеҙ түгел – батша ғәскәрҙәре ҙур, һалдаттар өйрәтелгән, ҡоралдары ла шәп: мылтыҡтар, туптар.

Инәй:

Эләктерә лә инде шуның өсөн дошмандар Салауатты атаһы Юлай менән бергә. Өфө ҡәлғәһендә бик оҙаҡ һәм ҡаты язалайҙар.Тағы ла кемдәр булғанын белер өсөн, ауылдан –ауылға йөрөтөп, сыбыртҡы менән туҡмайҙар. Әммә түҙә улар. Ә бер ваҡыт Салауаттың ҡатыны уның төрмәнән яҙған хатын да биргәйне әле ул. Ошонда ғына, кеҫәмдә ине. Бына, ҡыҙым, уҡып ишеттер әле, зинһар.

1-се алып барыусы:

«Нас же не опасайтесь. Мы на живущий ныне в домах народ никакого показания не делали, а делали оному благополучие»

Инәй:

Ул бер кемде лә һатмай. Ә ниндәй генә ыҙалар сикмәй үҙе меҫкен!

Сыбыртҡы менән һәр бер ауылда туҡмау, танауҙарын ҡырҡыу, маңлайҙарына ҡыҙған тимер менән өс хәреф баҫҡандар хатта.

Һуңынан алыҫ Балтик диңгеҙенә мәңгелек һөргөнгә ебәрәләр.

2-се алып барыусы:

Салауатты, атаһын һәм тағы бер нисә иптәшен Эстонияның Рогервик ҡәлғәһенә оҙаталар. Хәҙерге Палдиски ҡалаһы.

Инәй:

25 йыл ғүмерен һөргөндә үткәрә Салауат, 48 йәшендә генә шунда үлә.

Башҡорт ғалимы һәм яҙыусыһы Виктор Сидоров бер нисә йыл архив материалдары менән эшләү дәүерендә Һөргөндә үлгәндәр исемлегендә Салауаттың фамилияһын таба.

Хәҙер был урында башҡорт батырына һәйкәл ҡуйылды.

Сафин Вилюр шиғыр һөйләй:

Һәйкәл.

Тамара Ғәниева.

Балтик буйына килдек беҙ

Салауат һалған эҙҙән,

Урал бөркөтө әсирҙә

Бығаулы нисек түҙгән?

Палдиски ҡалаһы хәҙер

Яп-яҡын Өфөбөҙгә,

Һәйкәл ҡуйылды Балтикта

Иң яҡын кешебеҙгә.

2-се алып барыусы:

Бик күп ваҡыт үтһә лә Салауаттың исеме йырҙарҙа һәм легендаларҙа, шиғырҙарҙа яңғырап тора. Уҡыусылар, батыр исемен мәңгеләштереү өсөн тағы ла нимәләр эшләнгән илебеҙҙә?Һеҙ нимәләр эшләр инегеҙ?

(Балалар һөйләй: ҡала, район, урамдар, музейҙар, хоккей клубы…)

Инәй:

Афарин, балалар, күп беләһегеҙ икән!

Һорарға рөхсәт итегеҙсе, тирмәгеҙҙә бик күп картиналар күренә. Кемдәрҙең эштәре?

(Алып барыусылар күргәҙмә менән таныштыралар)

Инәй:

Балалар, Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле тураһында һөйләп ишеттерегеҙ әле, зинһар. Ҡыҙыҡлы тарихы ла бар ине.

(Уҡыусылар һәйкәлдең тарихы, авторы тураһында уҙышмаҡтан һөйләп бирәләр)

(“Салауат батыр” йырын Ғәлиәкбәров Илшат, Мостафин Артур һәм Түләбаев Илфат башҡара)

1-се алып барыусы:

Ә хәҙер, балалар, беҙ аҡ инәйҙәрегеҙ менән хушлашабыҙ. Уларҙың хикәйәттәрен һәм легендаларын башҡа уҡыусылар көтә.

Бик ҙур рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле инәйҙәр! Рәхмәт!

Һау булығыҙ!

2-се алып барыусы:

Балалар, әгәр һеҙ иғтибар менән тыңлаһағыҙ, ошо викторина һорауҙарына яуап бирә алырһығыҙ:

1.Салауат нисәнсе йылда тыуған?

2.Башҡортостандың ниндәй районы, ниндәй ауылында тыуған ул?

3.Атаһы кем булған?

4.Уның яратҡан шөғөлдәре.

5.Салауат нимә өсөн көрәшкән?

6. Ҡайҙа һәләк була?

7. “Һәйкәл” шиғырын кем яҙған?

8. Республикала батырыбыҙ исеме нисек мәңгеләштерелә?

(Салауат Юлаев исемендәге премия, проспект, район, ҡала, ауылдар, хоккей клубы, музей)

-Афарин, балалар!

Шуны ла онотмағыҙ: милли батырыбыҙ тураһында мәғлүмәт йыйыу дауам итә, уҡыусылар. Һау булығыҙ!



-75%
Курсы повышения квалификации

Занимательное искусствознание: как научить школьников понимать искусство

Продолжительность 72 часа
Документ: Удостоверение о повышении квалификации
4000 руб.
1000 руб.
Подробнее
Скачать разработку
Сохранить у себя:
Внеклассное мероприятие "Салауат тирмәһендә" (63 KB)

Комментарии 0

Чтобы добавить комментарий зарегистрируйтесь или на сайт