Тема: Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр. Эйәрсән сәбәп һөйләм.
Маҡсат: эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр темаһын өйрәнеүҙе дауам итеү; үтелгәндәрҙе нығытыу; сәбәп эйәрсән һөйләм төрөнөң үҙенсәлектәре менән таныштырыу; һөйләү һәм яҙыу телмәрҙәрен үҫтереү; ваҡыттың ҡәҙерен белеү күнекмәһен тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: интерактив таҡта, электрон дәреслек, компьютер, ҡурай моңо,
Дәрес барышы.
Ойоштороу мәле.
Инеш.
Уҡытыусы:
Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле уҡыусылар. Мин – билдәле рәссам Әхмәт Лотфуллин исемен йөрөткән Абҙаҡ урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Шоҡобаева Илүзә Рамил ҡыҙы булам.
Бөгөнгө дәресте беҙ бергә үткәрәсәкбеҙ, танышып, хатта дуҫлашып та өлгөрөрбөҙ, тип уйлайым. Быға тиклем гимназия уҡыусылары менән дәрес үткәргәнем булманы. Шуға күрә лә, мин быға бик шатмын һәм дәрес ваҡытында миңә ярҙам итерһегеҙ тигән өмөттәмен. Тулҡынланыуым арҡаһында ҡайһы бер ҡытыршылыҡтар ҙа килеп сығыуы ла мөмкин.
Ә хәҙер минең һеҙгә һорауым бар. Әйҙәгеҙ экранда бирелгән юлдарҙы матур итеп уҡып сығайыҡ. (матур ҡурай моңо яңғырай)
Экранда. Донъяла үҙе иң оҙон, үҙе иң ҡыҫҡа, үҙе иң тиҙ, үҙе иң сикле, үҙе икһеҙ-сикһеҙ, үҙе иң ҡәҙерле йә иң ҡәҙерһеҙ, үҙе зарыҡтырғыс, үҙе үкенес, үҙе фани, үҙе мәңге баҡый бер нәмә бар. Ни булыр шул?
Бирелгән юлдарҙа һеҙгә аңлашылмаған һүҙҙәр бармы?
Һүҙлек эше: зарыҡтырғыс, фани, баҡый һүҙҙәренең аңлатмалары бирелә. Шулай итеп, нисек уйлайһығыҙ, был юлдарҙа нимә тураһында һүҙ бара? (Яуаптар)
Эйе, дөрөҫ.
Экранда. Ваҡыт булыр, сөнки ваҡыттан да оҙон нәмә юҡ, ни өсөн тигәндә, ул мәңге. Ваҡыттан ҡыҫҡа нәмә юҡ, сөнки кешенең был фани ғүмерендә бары бер мәл ул. Кеше ғүмере өсөн ваҡыт сикле икән, ғәләм өсөн ул икһеҙ-сикһеҙ. Көткәнгә – көтөүҙән дә оҙағы, рәхәтләнгәнгә рәхәттән дә аҙы юҡ. Зарыҡтырған да ваҡыт, үкендергән дә ваҡыт.
Уҡытыусы: Һеҙ был юлдар менән килешәһегеҙме? Ысынлап та, ваҡыт тигән нәмә тиҙ үтергә мөмкин. Тағы бер йыл уҡыһағыҙ, туғыҙынсы класҡа ла барып етерһегеҙ. Шуға күрә лә, ваҡыттың ҡәҙерен белергә кәрәк. Бына беҙҙең бөгөнгө дәрескә лә ҡырҡ минут ҡына ваҡыт бирелгән. Ошо ваҡыт эсендә беҙ һеҙҙең менән үткән темаларҙы ла байҡап сығырбыҙ, яңы теманы ла асыҡларбыҙ. Шунан һуң инде дәрес аҙағында алған белемдәребеҙ буйынса бер аҙ тест һорауҙарына ла яуап биреп ҡарарбыҙ.
Төп өлөш.
Уҡытыусы.
Яңы теманы асыҡлар алдынан үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп китәйек.
Бына беҙ һеҙҙең менән ҡайһы урында йәшәйбеҙ? Эйе, Белорет районында.
Беҙҙең тыуған еребеҙ ниндәй? Эйе, бик матур, гүзәл.
Бында йәшәгән халыҡ ниндәй сифаттарға эйә? Эйе, ҡунаҡсыл, яғымлы, һөйкөмлө.
Ваҡыт үтеү менән халҡыбыҙҙың, еребеҙҙең киләсәген ниндәй итеп күрергә теләр инегеҙ? Эйе, яңы-яңы үрҙәргә өлгәшһен, заман менән бергә атлаһын.
Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк? Эйе, киләсәк быуын күберәк белем алырға, уҡырға тейеш.
Ниндәй сәбәп менән белемле булырға кәрәк? Эйе, ваҡыт үткән һайын Тыуған илебеҙ сәскә атһын өсөн.
Экранда. 1. :айҙа тыуғанбыҙ, шунда йәшәйбеҙ. (ниндәй һөйләм?)
2. Беҙ тыуып үҫкән еребеҙ һәр саҡ матур һәм гүзәл булһын. (аныҡлаусы)
3. Иле ниндәй – халҡы шундай.(хәбәр)
4. Ваҡыт үтеү менән, донъя үҙгәрә. (ваҡыт)
5. Ни тиклем тырышһаҡ, шул тиклем белемле булырбыҙ. (күләм-дәрәжә)
Шулай итеп, бөгөнгө дәрестең темаһы сәбәп эйәрсән һөйләм.
Таҡтала һәм дәфтәрҙәрҙә дата, тема яҙҙырыла.
Ваҡыт үткән һайын, тамырҙарым ергә йәбешә. Уҡытыусы уҡыусылар менән бергә һөйләмгә анализ яһай. Схемаһын эшләп ҡуя.
Артабан уҡыусылар таҡтала эшләй.
Теманы яҡшы аңлағанға, уҡыусының яуабы дөрөҫ булды.
Эш аҡса булмау сәбәпле тотҡарлана.
Экранда. Сәбәп һөйләм.
-эш йәки хәлдең сәбәбен белдерә
-ни өсөн? нилектән? ни сәбәпле? һорауҙарына яуап була.
-хәл ҡылым, төбәү, сығанаҡ килеш ялғауҙары, бәйләүестәр, сөнки теркәүесе һәм интонация ярҙамында бәйләнеп килә.
Афарин. Бына шулай дәрестең яртыһына ла килеп еткәнбеҙ. Ваҡыт тигәнебеҙ бик шәп елә. Арығанһығыҙҙыр инде. Хәҙер әҙерәк ял итеп алайыҡ.
Ял итеү минуты.
Кәйефтәр күтәрелде. Ни өсөн? Ял итеп алғас.
Эште дауам итәйек. Дәреслектәге 127-се күнегеүҙе башҡарыу. Уҡыусылар үҙ аллы бирелгән һөйләмдәрҙе күсереп алалар, тыныш билдәләрен ҡуйып сығалар.
Эшләп сыҡҡандан һуң, итерактив таҡталағы һөйләмдәргә тыныш билдәләрен ҡуйып сығалар. Эштәре тикшерелә.
Афарин. Бик яҡшы.
Йомғаҡлау. Шулай итеп, дәресебеҙҙең аҙағы ла килеп етте. Бирелгән 40 минут ваҡыт бик тиҙ үтеп тә китте. Ошо ваҡыт эсендә беҙ һеҙҙең менән нимәләр эшләнек? Ниндәй теманы үттек? Дәрес оҡшанымы? Ниндәй яҡтары оҡшаны?