Меню
Разработки
Разработки  /  Прочее  /  Уроки  /  5 класс  /  Дәрес-сәйәхәт "Төп килеш".

Дәрес-сәйәхәт "Төп килеш".

Дәрес-сәйәхәт "Төп килеш".
14.11.2021

Содержимое разработки


Төп килеш.


Һаумыһығыҙ уҡыусылар!


Класта кем дежур?

Бөгөн ниндәй көн?

Бөгөнгө число?

Йылдың ҡайһы миҙгеле?


Уҡыусылар беҙ һеҙҙең менән бөгөн килештәрҙе үтеүебеҙҙе дауам итәбеҙ.


Тема: Төп килеш.

Маҡсат: Беҙ һеҙҙең менән төп килештең ниндәй һорауҙарға яуап биргәнен белербеҙ, уны танып белергә өйрәнербеҙ, бының өсөн һеҙҙең алдағы дәрестәрҙәр алған белемдәрегеҙ ярҙам итәр.


Һеҙгә ҡыҙыҡлы булһын өсөн дәресебеҙҙе сәйәхәт формаһында үткәрербеҙ.


Нимә ул сәйәхәт?

Һеҙ сәйәхәт итергә яратаһығыҙмы?

Һеҙ нимә менән сәйәхәт итергә яратаһығыҙ?

Ә бына мин һеҙҙе «Аҡбуҙатта» сәйәхәт итергә саҡырам.

Нимә ул «Аҡбуҙат»?

  • Әйе. «Аҡбуҙат» - ул ҡанатлы осоп йөрөй торған ат.


(Аҡбуҙат һүрәтен күрһәтеү)


Әйткәндәй, был ат беҙҙең районыбыҙҙың флагында ла бар.


(Флагтағы ат һүрәтен күрһәтеү)


- Әйе, уҡыусылар «Аҡбуҙат» ул әкиәттәрҙә була.

- Уҡыусылар, ҡарағыҙ әле был һүрәттәргә, әйҙәгеҙ уларҙы сағыштырып ҡарайыҡ.


(Ике төрлө һүрәтте ҡарап сағыштырыу)


Ә хәҙер туҡталыш маршруттары менән танышып сығабыҙ.

1. туҡталыш «Зирәктәр».

Беҙ был туҡталышта өй эштәренә байҡау яһарбыҙ.

2. туҡталышты әйҙәгеҙ әле бергәләп уҡыйбыҙ: «Тапҡырҙар”.

Был туҡталышта яңы теманы өйрәнербеҙ. Исемдәрҙең төп килештәге һорауҙарын, уларҙың һөйләмдәге ролен тикшерербеҙ.

3. туҡталыш «Белгестәр».

Алған белемдәребеҙҙе нығытырбыҙ, уйындар уйнап алырбыҙ.

4. туҡталыш «Афарин».

Дәрес буйынса яҡшы ғына ҡатнашып ултырһағыҙ, был туҡталышта яҡшы билдәләр алырһығыҙ.


Уҡыусылар партаға ятығыҙ, күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ. Хыял ҡанаттарына, «Аҡбуҙатҡа», ултырып беренсе туҡталышҡа оҫабыҙ. Сәйәхәтебеҙ күңелле булһын өсөн көй тыңлап барабыҙ. Күҙ алдығыҙға ошо көйҙө тыңлағанда нимәләр килә, туҡталышҡа килеп еткәс шул турала фекер алышырбыҙ.


(«Ҡурай» көйөн тыңлайбыҙ)


Бына хәҙер һеҙҙең менән беренсе туҡталышҡа ла килеп еттек. Йә, әйҙәгеҙ, әле уҡыусылар нимә күҙ алдығыҙға килде.

  • Әйе, уҡыусылар, был ҡурай Башҡортостан еренең нурлы ҡояшына күмелек үҫкәнгә күрә лә туған яғыбыҙҙың бөтә матурлығын сағылдыра.


(«Ҡурай» һүрәтен күрһәтеү)


Уҡыусылар ҡурай тағы ла ҡайҙа һүрәтләнгән?


(Флаг менән герб һүрәтен күрһәтеү)

(Видеофильм ҡарау «Башҡортостан символдары»)


Дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ, число, көн исемен һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.

Дөрөҫ итеп ултырығыҙ.Матур итеп яҙығыҙ.


Хәҙер ҡурай һүҙен килештәр менән төрләндерәбеҙ.


Төп к.- нимә? Ҡурай

Эйәлек к.- нимәнең? Ҡурайҙың

Төбәү к.- нимәгә? Ҡурайға

Төшөм к.- нимәне? Ҡурайҙы

Урын-ваҡыт к.- нимәлә? Ҡурайҙа

Сығанаҡ к.- нимәнән? Ҡурайҙан


Бына ошолай килештәр менән төрләндерергә мин һеҙгә өйгә эш биргәйнем. Хәҙер шуларҙы ҡарап китәйек.


1.рәткә - япраҡ

2.рәткә - ағас

3.рәткә - ҡош

Төрләндерҙек, яҡшы уҡыусылар. Ә ошо һүҙҙәрҙе нимә берләштерә? (Көҙ темаһы берләштерә)

Көҙ турала бер-ике һөйләм төҙөп әйтеп китәйек әле, уҡыусылар.


Балалар һеҙ ошо картинала нимәләр күрәһегеҙ?


Картинанан исемгә миҫалдар килтерегеҙ. (Ағас, йылға, һауа, юл, үлән, бәшмәк).


Бына был туҡталыштағы биремдәрҙе лә уңышлы ғына үтәп сыҡтыҡ.


2. туҡталышҡа «Көҙ» һүҙен килештәр менән төрләндереп барайыҡ.


Бына икенсе туҡталышҡа килеп еттек. «Тапҡырҙар» туҡталышы.

Төп килештең һорауҙары менән яҡындан танышып китәйек. Дәреслек 71-се күнегеүҙе ҡарағыҙ.(беренсеһен таҡтала сығарып, ә ҡалғандарҙан урында эшләтергә).

Юлда уңа Ринат осраны. Ҡаршыға ҡойма башынан ҡара бесәй һикереп төштө.Малайҙар бесәйҙән ҡурҡманылар. Улар бесәйгә икмәк бирҙеләр ҙә дәрескә йүгерҙеләр.


Исемдәрҙе табып һорау биреп сығарға.

Ҡайһы исемдәр төп килештә? (мәҫәлән: Марат, Ринат, бесәй, малайҙар, улар).

Ни өсөн төп килештә? Сөнки кем? Нимә? Һорауына яуап бирәләр.

Уларҙың ялғауҙары бармы? Юҡ. Һөйләмдә нимә булып киләләр? Эйе.


Тимәк, төп килеш кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауына яуап бирә. Һәм берниндәй ҙә ялғау ҡабул итмәй һәм һәйләмдә эйә булып килә икән.


Китап буйынса ҡағиҙәһен уҡып сығайыҡ.

Дәреслектәге 72-се күнегеүҙе эшләйбеҙ. (өсөнсө рәттән дә берәр кеше сығып, икешәр һөйләм яҙып сығалар һәм тикшереп күрһәтәләр).

Төп килештәге исемдәрҙе табырға. (Ошонда һүҙлек эше үткәреп ебәрергә кәрәк). 1- се һөйләмде үҙем аңлатам. (Мәҫәлән: Ағиҙел аръяғынан болот күтәрелде).


Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән киләһе туҡталышҡа «Белгестәр» туҡталышына юлланабыҙ. Был туҡталышҡа барғанда ял итеп барайыҡ.


Әйтегеҙ әле, балалар

Нисек бесән сабалар?(күрһәтәләр)

Нисек саңғы шыуалар?

Нисек ҡаҙҙар осалар?

Нисек күңел асалар?

Йырлап, бейеп, уйнап, көлөп,

Беҙҙә күңел асалар.

Эх, минең толпар атым!

Эх, минең аҡбуҙатым!

Йондоҙҙарға осар инем,

Булһа ҡанатым.


Бына, уҡыусылар, беҙ килеп тә еттек туҡталышҡа.

Уйын формаһында (карточкалар таратып бирәм) һөйләмдәр яҙылған була, шул һөйләмдән төп килештәге исемде табып таҡтаға сығып яҙам.(Ҡайһы рәт иң беренсе сығып яҙып бөтә, күп итеп аҡбур ҡуйарға кәрәк).


Шулай итеп уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән бөгөн дәрестә нимәләр белдек?

Төп килештәге исемдәрҙе һорауҙары буйынса танып белергә өйрәндек, бер-беребеҙҙе тыңларға өйрәндек, башҡортса һөйләү телмәребеҙ өҫтөндә эшләнек, яңы һүҙҙәр өйрәндек, йырҙар йырланыҡ, сәйәхәтебеҙ ахырына ла килеп етте.


Ә хәҙер беҙ аҡбуҙатҡа хыял ҡанаттарыбыҙға ултырабыҙ ҙа туған мәктәбебеҙгә ҡайтабыҙ. («ҡурай» көйөн тыңлайбыҙ, шулай уҡ күҙҙәрен йомоп, партаға яталар).


Бына балалар, ҡайтып та еттек. Был туҡталышыбыҙ «Афарин» тип атала.

Әйтегеҙ әле ҡасан «Афарин» тип әйтәләр? (Берәр эште эшләп бөткәс).

Бына мин дә һеҙгә бөгөн «Афарин» тип әйтәм.


Ә хәҙер, япраҡтарҙы мәрәйҙәрҙе һанағыҙ? (күп итеп япраҡ эшләп ҡуйып, дәрестә уҡыусыларҙың һәр бер яуаптарына таратып бирәм һәм аҙаҡтан шулар буйынса билдә ҡуйыла).


Өй эше: «Көҙ» темаһына 31р2т т0ш0р0рг2.


Ошоноң менән беҙҙең дәресебеҙ тамам.

Һаубулығыҙ!






-80%
Курсы дополнительного образования

Авторская песня: жанровые особенности

Продолжительность 72 часа
Документ: Cвидетельство о прохождении курса
4000 руб.
800 руб.
Подробнее
Скачать разработку
Сохранить у себя:
Дәрес-сәйәхәт "Төп килеш". (51 KB)

Комментарии 0

Чтобы добавить комментарий зарегистрируйтесь или на сайт