1-се вариант
1. Китап һүҙендә нисә һаңғырау, нисә яңғырау тартынҡы бар?
1.Бөтәһе лә һаңғырау тартынҡы 3.Ике һаңғырау, бер яңғырау тартынҡы
2. Бөтәһе лә яңғырау тартынҡы 4.Бер һаңғырау, ике яңғырау тартынҡы
2. Яҡын, юлаҡ һүҙҙәрендә дүртәр хәреф, ә нисәшәр өн бар?
1. Өсәр өн 3. Бишәр өн
2. Дүртәр өн 4.Алтышар өн
3. Һуҙынҡы өндән башланмаған һүҙҙе күрһәтегеҙ?
1.Үлән 3. Елән
2.Уҡыусы 4. Ағас
4. Тартынҡы өндән башланмаған һүҙҙе күрһәтегеҙ?
1. Япраҡ 3. Иләк
2. Урман 4. Өйрәк
5. Асыҡ ижектәрҙән генә тороған күрһәтегеҙ?
1. Ҡайын 3. Ҡармаҡ
2. Бүлмә 4. Ундай һүҙ юҡ
6. Егәрле һүҙендә нисә һуҙынҡы, нисә тартынҡы өн бар?
1. 3 тартынҡы,4 һуҙ. 3.6 тарт.,1 һуҙ.
2. 4тарт., 2 һуҙ. 4.4 тарт.,3 һуҙ.
7. Ябыҡ ижектәрҙән генә торған һүҙҙе күрһәтегеҙ.
1. Болот 3. Карауат
2.Өҫтәл 4. Ундай һүҙ юҡ
8. Ҡайһы һүҙҙең бүленеше юлдан-юлға күсреү ҡәғиҙәһенә тура килә?
1. Ил-ьяс 3. Тубыр-сыҡ
2. И-рекле 4. Алъя-пҡыс
9. Рус теленән үҙгәртелмәй алынған һүҙҙә баҫым төшә?
1. Баҫым беренсе ижеккә төшә 3. Баҫым үҙ урынында ғына ҡала
2. Һуңғы ижеккә төшә
10. Һорау киҫәксәһе булған һүҙҙәрҙә баҫым ҡайҙа төшә?
1. Беренсе ижеккә 3. Һорау киҫәксәһе алдындағы ижеккә
2. Икенсе ижеккә 4. Һорау киҫәксәһенә
11. Әйтелеше һәм яҙылышы бер төрлө булып та төрлө мәғәнә аңлатҡан һүҙҙәр ниндәй һүҙ тип атала?
1. Омоним 3. Ҡушма һүҙ
2. Синоним 4. Фразеологизм
12.Арттырып һөйләү мәғәнәһен ҡайһы фразеолагизм бирә?
1. Ҡараш ташлау 3. Берҙе биш итеү
2. Баш ватыу 4. Ат менгәндә булып
13.Алтын һүҙе ҡайһы осраҡта тура мәғәнәһендә ҡулланылған?
1. Алтын көҙ 3. Алтын туй
2. Алтын балтаҡ 4. Аҡылың алтын икән
14. Антонимы була алған һүҙҙе билдәләгеҙ.
1. Март 3. Дәрес
2. Шатлыҡ 4. Ҡәләм
15.Диалект һүҙҙәре генә бирелгән юлды табығыҙ.
1. Рецепт, шприц, аспирин 3. Мөғәллим, мәҙрәсә
2. Ағас, утын, мәктәп 4. Ағас еләге, әберсә, торна еләге
16. Инәлеү, үтенеү һүҙҙәрен мәғәнәләрен буйынса нисек атап була?
1. Антоним 3. Ҡушма һүҙ
2. Синоним 4. Башҡа исеме бар
17. Түбәндәге һүҙҙәрҙең ҡайһылары күп мәғәнәле: ҡара(1), әсәй (2), аҡ (3),
ер (4), кеше(5)?
1. Бөтәһе лә күп мәғәнәде һүҙ 3. 1,3күп мәғәнәле һүҙҙәр
2.3,4,5-күп мәғәнәле һүҙҙәр 4.1,3,4 күп мәғәнәле һүҙҙәр
18. Төп башҡорт һүҙен табығыҙ?
1.Торба 3. Тау
2. Самауыр 4. Комедия
19. Рус теленән боронғо осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәр ҡайһы рәтттә?
1. Йүгереү, ҡасыу, һыпыртыу 3. Эҫкерт, келәт, кирбес, һалам
2. Мөғәллим, мәмләкәт 4. Ҡусты, эне, мырҙа , мыртый
20. Архаизмдар бирелгән юлды күрһәтегеҙ?
1. Мөғәллим, мәмләкәт, мөхбир 3. Эҫкерт, келәт, һалам
2. Аҡ, ағыраҡ, ап-аҡ, аҡһыл 4. Ҡусты, эне, мырҙа, мыртый
21. Яһалма һүҙҙәр рәтен билдәләгеҙ?
1. Сәскәләрҙе, үҙемде, баланы 3.Ташсы, урманлыҡ,ҡолонсаҡ
2. Башҡортмон, уҡыусымын 4. Эште, компьютерҙы
22.Ялғау дөрөҫ булған һүҙҙе билдәләгеҙ?
1. Декабрҙа 3. Лагерьҙа
2. Декаберьҙә 4. Июлдә
23.Ҡайһы юлдағы һүҙҙәр тик тамырҙаш һүҙҙәр?
1. Күҙле, күҙлек, күҙәнәк 3. Елдең, елгә, елдән, елдә
2. Уҡы, уҡсы, уҡыусы 4. Осло, осонда, осоусы
24.Ялғауы дөрөҫ булмаған һүҙҙе билдәләгеҙ?
1. Төҙөлөштең 3. Боросто
2. Ҡоростоң 4. Тороусы
25.Ҡайһы юлда һүҙҙәр ҡағиҙә буйынса яҙылған?
1. 3-нсө юл 3. 12 апрель
2. 1997-се йыл 4. 21-се быуат
26. –сть, -ст, -вт, -фт, -зд тартынҡыларына бөткән һүҙҙәргә ялғау ҡушылғанда –т, -ть, -д хәрефтәре...
1. Төшөп ҡала 2. Төшөп ҡалмай
27. –рь, -сь, -чь, -шь хәрефтәренә бөткән һүҙҙәргә ялғау ҡушылғанда нәҙеклек билдәһе...
1. Төшөп ҡалмай һәм ҡалын ялғау 3. Төшөп ҡала һәм ҡалын
ялғау ҡушыла ялғау ҡушыла
2. Төшөп ҡала һәм нәҙек ялғау 4.Төшөп ҡалмай һәм нәҙек
ҡушыла ялғау ҡушыла
28.Замандаштарҙы һүҙендә ниндәй ялғауҙар бар?
1. Бөтәһе лә үҙгәртеүсе ялғау 3. Яһаусы, күплек, килеш
ялғауҙары
2. Бөтәһе лә яһаусы ялғау 4. Яһаусы һәм килеш
ялғауҙары
29. Исемгә хас булмаған грамматик категорияны күрһәтегеҙ.
1. Килеш 3. Хәбәрлек заты
2. Эйәлек заты 4. Йүнәлеш
30. Ишмулла Дилмөхәмәтов-ҡурайсылыҡ сәнғәтенең традицияларына тоғро ижадсы. (Р. Шәкүр). Билдәләнгән һүҙ ниндәй килештә?
1. Эйәлек килештә 3. Төшөм килештә
2. Төбәү килештә 4. Урын-ваҡыт килеш


Башҡорт теленән тестар. 4 класс (13.74 KB)

