Меню
Разработки
Разработки  /  Прочее  /  Уроки  /  5 класс  /  Методическая разработка по башкирскому языку в 5 классе "Здравствуй лето"

Методическая разработка по башкирскому языку в 5 классе "Здравствуй лето"

для 5 классов
06.05.2022

Содержимое разработки

5 -се класс. Йәйҙе ҡаршылайбыҙ! Һаумы, йәй

Класс:

5

Дәрес темаһы:

Йәйҙе ҡаршылайбыҙ! Һаумы, йәй

Дәрес төрө:

Ҡабатлау дәресе.

Дәрес маҡсаттары:

Белем биреү: йәй һәм йәйге эштәр тураһындағы белемде иҫкә төшөрөү һәм киңәйтеү.

Үҫтереүсе: башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеү, тасуири уҡыу, фекерләү һәләтен, тыңлап аңлау, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү, үҙ аллы эшләү, телмәр мәҙәниәтен камиллаштырыу;

Тәрбиәүи:уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡараш, тыуған яҡҡа, ҡышҡы тәбиғәткә, уның матурлығына һөйөү тойғоһо тәрбиәләү

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет – ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә өйрәнеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып- белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, күрһәтә, дөйөмләштерә белеү;

в) коммуникатив: һөйләмдәр төҙөү, парлап диалог ҡороу, үҙ-ара аралаша, тасуири уҡый белеү.

Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре: тәбиғәткә, ҡоштарға ҡарата ыңғай ҡарашлы, башҡарған эштәре өсөн яуаплылыҡ тойоусы, тырыш, әҙәпле, белем алыуға ынтылыусы шәхес тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу:

Башҡорт теле: уҡытыусы рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-се класы өсөн башҡорт телен Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы/ В.З.Толомбаева, Э.Ю.Толомбаева, Л.А.Ғайсина. тема буйынса слайдтар, эш дәфтәре, башҡорт алфавиты, компьютер, проектор, мультимедиялы таҡта, карточкалар, тылсымлы китаптар.



Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуниктав, шәхес булараҡ формалаштырыу)

1.Уҡыу эшмәкәрлегендә мотивация булдырыу.

–Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

Һеҙҙе күреүемә бик шатмын.

- Башҡорт телендә матур, таҙа һөйләшер өсөн телебеҙҙе шымартып алайыҡ. Таҡтала тел төҙәйткес бирелгән, иғтибар менән тыңлайыҡ.

Тел төҙәйткес.

Кә –кә-кә -мин киләм мәктәпкә.

Ға –ға-ға – мин сығам таҡтаға.

Ты –ты-ты- мин алам китапты.

Уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашалар.


Хор менән ҡабатлайҙар.

Үҙ аллы уҡыйҙар.

Бер нисә уҡыусы уҡый.

Бергәләп уҡыйҙар.



Р.: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора белеү, яҡшы, продуктив эшкә ынтылыш формалаша.

Ш.: белем алыуға, уҡыуға ҡарата ыңғай ҡараш формалаша.

2.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

Уҡыусылар, бер йыр тыңлап алабыҙ. Уның нимә тураһында икәнен кем әйтер?


-Ошо йырҙан, тел төҙәткестән сығып, бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?


- Йәй тәбиғәт нимә эшләй?


-Тимәк тәбиғәт нимә эшләй тип әйтә алаһығыҙ?


-Шулай булғас, беҙ ниндәй темаға һөйләшәсәкбеҙ?


(тема таҡтаға яҙыла)


Һеҙҙә дәфтәрҙәрҙе асып бөгөнгө дата, дәрестең темаһын яҙып ҡуйығыҙ. Таҙа яҙыу минуттарында беҙ бөгөн башҡорт хәрефтәренең яҙылышын иҫкә төшөрәйек.


-Әә хәрефе тартынҡы өндө әллә һуҙыңҡы өндө белдерәме?


-Ҡалын өндө белдерәме йәки нәҙекме?


-Ҡҡ- хәрефе тартынҡы өндө әллә һуҙыңҡы өндө белдерәме?


- Ҡалын өндө белдерәме йәки нәҙекме?



Артабан матур, таҙа итеп яҙыуҙы дауам итәбеҙ һәм йәй һүҙен яҙабыҙ.


-Һеҙҙең дәфтәрегеҙҙә һөйләм яҙылған. Кем уны уҡып күрһәтә?


- Әгәр ҙә иғтибар менән ҡараһағыҙ, был һөйләмдә һүҙҙәргә баҫым ҡуйылған.

Мин йәй айын бик яратам.

Мин йәй айын бик яратам.

Мин йәй айын бик яратам.

Мин йәй айын бик яратам.


Әйҙәгеҙ, логик баҫымды бирелгән һүҙгә ҡуйып уҡып ҡарайыҡ. Һөйләмдең мәғәнәһе үҙгәрәме?

Тимәк, баҫым нимәгә иғтибар итергә кәрәклеген беҙгә хәбәр итә.


Уйлайҙар, үҙҙәренең варианттарын әйтәләр.


-Йәй.



- Уяна .



- Тәбиғәт уяна


-Йәйге тәбиғәт.






Дәфтәрҙәрҙә эш.


Специфик башҡорт хәрефтәренен яҙыу.



-Һуҙыңҡы өн.


-Нәҙек һуҙыңҡы өн.



-Тартыңҡы өн.






-Мин йәй айын бик яратам.















-Эйе.


Ш.: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ формалаша.

Р.: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләргә өйрәнәләр.

Т.б.: логик фекер йөрөтөү, уҡыу мәсьәләһен табыу, күрһәтә белеү формалаша


3. Белемдәрҙе актуалләштереү.

-Әйҙәгеҙ, белем һандығын асып, хәтерҙә булған һүҙҙәрҙе ҡабатлап китәйек (слайдтарҙа һүрәттәр)

Һүҙлек һүҙҙәре.

Актив һүҙлек:

Тәбиғәт – природа

Яҙ - весна

сәскә – цветок

ҡоштар – птицы

ҡояш - солнце

йәй - лето

Пассив һүҙлек:

Йылмая - улыбается

Уяна - просыпается

Етте -пришел

Башланды -началось

Һүҙлек һүҙҙәрен иҫкә төшөрәләр, ҡабатлайҙар. Һүҙбәйләнештәр төҙөйҙәр, тәржемә итәләр.



Һүҙлек һүҙҙәрен атау.



Яңы һүҙҙәрҙе хор менән ҡабатлайҙар.



Һүҙлек һүҙҙәрен һүҙлек дәфтәренә теркәү.

К.: башҡаларҙы тыңлай һәм әңгәмәгә ҡушыла белергә, һүҙбәйләнештәр төҙөргә өйрәнәләр.

Т.б.: яңылыҡ белеүгә ынтылыш формалаша.

4. Белем һәм оҫталыҡтарҙы яңы ситуацияла ҡулланыу.

- Артабан дәресте дауам итер өсөн видетаҫма ҡарап үтәйек.


- Был видеояҙмала ниндәй һөйләү телмәре ҡулланылған?


-Диалог икәнен ҡайҙан белдегеҙ?



-Тимәк, нимә ул диалог?

Иҫкә төшөрәйек.



Дәреслек буйынса эш. Был диалог һеҙҙең дәреслектәрҙә лә бирелгән, 138 –се бит 2 –сө күнегеү.

Уҡы, оҡшаш диалог төҙө.


Үҙ аллы уҡып сығабыҙ һәм һәр төркөм ошо диалогҡа оҡшаш диалог төҙөй.

Тыңлайҙар, ҡарайҙар.


-Диалог


-Маша менән Кәрим аралаша.


-Диалог -ике йәки бер нисә кешенең араһында ҡоролған һөйләшеү.


138-се бит 2-се күнегеү, диалогты ҡарау, тыңлау.


Төркөмдәрҙә эш. Диалог төҙөү, уны уйнап күрһәтеү.


5. Белемдәрҙе дөйөмләштереү һәм системалаштырыу

Дәфтәрҙә эш.

Уҡыусылар, эш дәфтәрендәге күнегеүгә ҡарайбыҙ. Унда һеҙгә һүҙҙәр теҙмәһе бирелгән, иғтибар менән уҡып сығабыҙ. Был һүҙҙәрҙең барыһы ла һеҙгә аңлашыламы, тәржемәһен беләһегеҙме?

Тимәк, бирелгән һүҙҙәрҙе ике төркөмгә бүлеп яҙырға кәрәк. Беренсе төркөмдә ҡалын һуҙыңҡылы һүҙҙәр, ә икенсе төркөмдә нәҙек һуҙыңҡылы һүҙҙәр яҙыласаҡ.

(Таҡтала эш)

Ҡалын һәм нәҙек һуҙыңҡылы һүҙҙәрҙе айырып яҙ.

Себеш, байрам, ағас, байрам, ҡоштар,урман, күбәләк,миләш

Кемдәр эшләп бөттө, әйҙәгеҙ, тикшереп сығайыҡ. Әгәр ҙә барыһы ла дөрөҫ булһа, йәшел смайлик, бер хата булһа – һары смайлик, ике йәки күберәк икән – ҡыҙыл смайлик эшләйбеҙ.


Эш дәфтәрҙәрендә эшләйҙәр.


Үҙ-үҙеңде баһалау.


Ял минуты.

Күҙҙәргә ял биреүсе күнекмәләр яһау.


Ш.: уйында ҡатнашыу мәҙәниәте формалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта.

6. Үҙләштереү ҡиммәтен асыҡлау.

Ебәрелгән хаталар буйыса фекер алышыу һәм уларҙы төҙәтеү.

Төркөмдәрҙә эш.

  1. Карточкалар менән эш.

Уйы. Һөйләмде тамамла. (карточкалар)

Ҡыш һыуыҡ, ә йәй ...(йылы)

Ҡар ҡалын, ә тауыш ...(нәҙек)

Япраҡ йәшел, ә сәскә (ҡыҙыл)

Көн оҙон, ә төн (ҡыҫҡа)

Ай бәләкәй, ә ер шары...(ҙур)

Кңл тәрән, ә йылға...(һайыҡ)

  1. Уйын ,,Логик парын тап,, (карточкалар)

көндәлек –баһа (билдә)

таҡта – аҡбур

дәфтәр – ручка

ҡәләм – юйғыс

альбом – буяу

парта – класс

уҡыусы – уҡытыусы

  1. Китап буйынса эш.

Быны белер өсөн, китапта күнегеүҙе табабыҙ һәм иғтибар менән аудио яҙманы тыңлап, күҙәтеп ултырабыҙ.


Телдән эшләйҙәр. Парын табалар.

















(яуаптар)





Р.: уҡыу мәсьәләһен аңлау, ҡабул итеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү формалаша.

К.: һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңларға, һөйләмдәр төҙөргә, әңгәмәгә ҡушылырға, үҙҙәренең фекерҙәрен әйтергә өйрәнәләр.

7. Өйгә эш һәм уны үтәү буйынса мәғлүмәт.

1. 9-сы күнегеүҙәге һан яауаптары менән һөйләмдәр төҙө.

2. яҙ, яҙғы эштәр тураһында рус телендә бер нисә мәҡәл табып яҙ. Башҡорт телендә уға оҡшаш мәҡәлдәр бармы?

Көндәлеккә өйгә эште яҙалар.

8. Рефлексия.

-Бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләштек?

- Үҙегеҙ өсөн ниндәй яңы мәғлүмәт алдығыҙ?

- Әгәр ҙә дәрестә барыһы ла аңлашылдыикән, тимәк, дәфтәрегеҙгә йәшел смайлик ҡуяһығыҙ.

- Әгәр ҙә аңлашылмаған һорауҙар ҡалһа- һары смайлик.

- Әгәр ҙә инде бөтөнләй бер нимә лә аңламаным тиһәгеҙ ҡыҙыл смайлик ҡуйығыҙ.

Дәрестә әүҙем ҡатнашҡанығыҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Һау булығыҙ!

Уҡыусыларҙың яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр.



Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен баһалай.

Р.: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирә белеү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Ш.: үҙүҫеш, баһалау күнекмәһе үҫешә.

9. Дәресте йомғаҡлау.






-75%
Курсы повышения квалификации

Гендерная лингвистика

Продолжительность 72 часа
Документ: Удостоверение о повышении квалификации
4000 руб.
1000 руб.
Подробнее
Скачать разработку
Сохранить у себя:
Методическая разработка по башкирскому языку в 5 классе "Здравствуй лето" (70.5 KB)

Комментарии 0

Чтобы добавить комментарий зарегистрируйтесь или на сайт